Республика кимәлендә ойошторолған программаларға һәм ауылдарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыуға халыҡ йылдан йыл әүҙемерәк ҡушыла бара. Улар «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» һәм урындағы башланғыстарға ярҙам итеү кеүек программаларҙа ҡатнашыуҙан тыш, өмәләр һәм башҡа күмәк эштәр инициаторҙары ла булып тора.
Ошондайҙар рәтенә Һабанаҡ ауылы халҡын да индерергә була. Былтыр улар күперҙе йүнәтте, контейнер һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндерҙе, мәсет бинаһын һыу менән тәьмин итте, канализация һалды һәм башҡа бик күп эштәр башҡарҙы.
Быйыл да һабанаҡтар әүҙемлек күрһәтеүен дауам итә. Иртә яҙҙан өмәләр ойошторола башланы. Алдағы һандарҙа яҙыуыбыҙса, халыҡҡа урындағы зыярат биләмәһе тирәләй ҡойманы яңыртыу бурысы ҡуйылғайны. Ағас штакетниктар һәм бағаналар туҙғанға күрә, территорияһы ауылды бер ҙә биҙәмәй ине.
Был эштәр урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә башҡарыласаҡ, тип планлаштырылғайны. Әммә улар пландарын тормошҡа ашыра алманы, шулай ҙа һабанаҡтарҙы был туҡтатманы. Аҡса йыйып, билдәләнгәндәрҙе эшләргә ҡарар ителде.
Шулай итеп, 150 мең һум самаһы йыйылды. Был аҡсаға материалдар, бензин, солярка, буяуҙар һәм башҡалар һатып алынды. Төҙөлөш эштәре урындағы халыҡтың көсө менән башҡарылды.
Ауыл старостаһы Айнур Зәбихуллиндың әйтеүенсә, халыҡтың барыһы ла тиерлек был эшкә үҙ өлөшөн индергән. Әгәр һәр береһен айырым билдәләгәндә, оҙон исемлек килеп сығыр ине. Әммә Алмас Хәбибуллин, Наил Хафизов, Флорид Ҡасимов, Флорис һәм Фәнилә Ғилметдиновтар, Гөлнара Йомаҙилова, Рәфисә Әхмәтйәнова, Ольга Зәбихуллина, Анзалита Мусина кеүек һәм башҡа бик күп кешеләрҙе айырып билдәләргә мөмкин.
Һабанаҡтарҙың тағы ла бер изге эше – мәсеттең ҡыйығын яңыртыу. Май аҙағында аҡса йыйыу иғлан ителде. Аҡса бер нисә көн эсендә йыйылды, уға Һабанаҡ ауылы халҡы ғына түгел, республика халҡы ла ҡушылды. Был көндәрҙә аҡса йыйыу тураһында иғланды ҡайһы бер билдәле шәхестәрҙең һәм блогерҙарҙың интернет биттәрендә күрергә мөмкин ине. Аҡса йыйыу тураһында яҙыуҙы үҙ сәхифәһендә йырсы Сәғиҙулла Байегет тә урынлаштырҙы.
– Беҙҙең янда шул тиклем ярҙамға килергә әҙер тороусы кешеләр йәшәүен белеү бик ҡыуаныслы булды, – тип уртаҡлаша шул уҡ ваҡытта мәсет имамы ла булып торған староста. – Сөнки үҙ өлөшөн бында ерләнгән ауылдаштарҙың туғандары ла, бер тапҡыр ҙа Һабанаҡта булмаған кешеләр ҙә индерҙе. Шулай итеп, 135 мең һум йыйылды. Шәхси эшҡыуар Илсур Хафизов ҙур ярҙам күрһәтте. Ул үҙ хаҡы менән мәсет өсөн генә түгел, зыярат ҡоймаһын да алмаштырыу өсөн кәрәкле материалдар – профнастил, конек һәм саморездар менән тәьмин итте, бынан тыш, етмәгән сумманы өҫтәне. Шәхси эшҡыуар Ира Ғафарова ризыҡ әҙерләү өсөн аҙыҡ-түлек бүлде, ә Ринат Исмәғилев һарыҡ бирҙе.
Мәсеттең ҡыйығын яңыртыу эштәрендә лә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан. Ауыл халҡының берҙәмлеге, битараф булмауы һәм эшсәнлеге – тағы берҙе тыуған төйәген һөйөүҙәрен иҫбатланы.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.