Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Май 2022, 15:00

Район күркәмлеге – беҙҙең ҡулда

Хөрмәтле мәсетлеләр! Төҙөкләндереү өсөн мөһим объекттарҙы һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү барғаны хаҡында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бөгөн тауыш биреүҙә райондан 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Сара “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты сиктәрендә бөтә ил буйлап уҙа һәм граждандар тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан осраҡта ғына тормошҡа ашырыла.

Район күркәмлеге – беҙҙең ҡулда
Район күркәмлеге – беҙҙең ҡулда

Проект 2019 йылда старт алды, ошо ваҡыт эсендә Мәсетле районында бер нисә йәмәғәт территорияһы һәм урамдар төҙөкләндерелде. Яңы парк, спорт һәм балалар майҙансығы барлыҡҡа килде, урамдар яңырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл беҙҙең район халҡына дүрт әһәмиәтле проект өсөн тауыш биреү тәҡдим ителә:
– Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамындағы үҙәк майҙан;
– Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Көньяк” микрорайонындағы мәҙәниәт һәм ял паркы (автомайҙансыҡ);
– Әләгәҙ ауылында универсаль спорт майҙансығы;
– Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт һәм ял паркы.
Еңеүсе проекттар 2023 йылда тормошҡа ашырыла. Район үҙәген төҙөкләндереү өсөн тауыш биреүҙә 30 майға тиклем 3700 кешенең ҡатнашыуы мөһим.  /02.gorodsreda.ru/ порталы аша йәиһә Йәштәр үҙәгендәге ирекмәндәр ярҙамында тауыш бирергә була.
Бөтә мәсетлеләрҙе әүҙемлек күрһәтергә һәм тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

 

Район күркәмлеге – беҙҙең ҡулда
Район күркәмлеге – беҙҙең ҡулда
Район күркәмлеге – беҙҙең ҡулда
Район күркәмлеге – беҙҙең ҡулда
Автор:Лариса Михалькова