Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Май 2022, 09:15

Юлсыларҙың эше көйлө бара

Тәбиғәт миҙгелдәре алмашынған ваҡытта – яҙ һәм көҙ көндәрендә – урындағы үҙ-идараға юл сифаты буйынса һорауҙар күп килә.

Юлсыларҙың  эше  көйлө  бара
Юлсыларҙың эше көйлө бара

Уларҙы хәл итеү өсөн йыл һайын хакимиәт һәм юл хеҙмәте көсө менән юлдарҙы тейешле торошта тотоу өсөн ағымдағы ремонт эштәре башҡарыла.
Район үҙәгендә иғтибар талап иткән участкалар күп. Шуларҙың береһе Оло Ыҡтамаҡтан Ҡорғатҡа илткән юлдағы Беренсе май урамы. Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы тарафынан юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленде. Был эштең подрядсыһы – “Башкиравтодор” АЙ-һының Мәсетле юл-төҙөлөш идаралығы.
1500 метр асфальт-бетон юл япмаһының өҫкө яғын яңыртыу 3 майҙа башланды. Бөгөн асфальт һалыу эше тамамланыу өҫтөндә. Артабан юл ситен нығытыу, яһалма тигеҙһеҙлекте тергеҙеү, юл билдәләрен һыҙыу эштәре планлаштырылған.
Юл-төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре иртәнән алып кискә тиклем ял көндәрһеҙ эшләй. Мастер Айсыуаҡ Дилмөхәмәтов юл ремонтлау процесын контролдә тота. Ринат Ғилметдинов, Илнар Вәлиев, Слава Губин һәм Илнар Әхмәтшин асфальт һала. Асфальт һалыу техникаһы менән Ранис Шәйхетдинов идара итә, катокта Анатолий Кощеев һәм Тәлғәт Исламов юлды тигеҙләй, битум эмульсияһын Александр Потапов ҡоя, һыу һибеү-йыуыу юл машинаһында Ильяс Исламов эшләй. Үҙбушатҡыс водителдәре Виктор Корзников, Юнир Шафиҡов, Артем Тугалев, Альфред Ситдиҡов һәм Айҙар Закирйәнов асфальт ташый, Харис Ғилметдинов хеҙмәттәштәрен ремонт барған урынға автобуста алып килә.
Юлдың ремонт барған участкаһында тиҙлек режимын арттырған водителдәр авария хәле тыуҙыра. Күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн барлыҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ҡағиҙәне үтәргә, беҙгә уңайлы шарттар тыуҙырған юл эшсәндәренең хеҙмәтен хөрмәт итергә кәрәк.

Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова