Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Апрель 2022, 12:00

Биләмәне төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү башланды

Бөгөн 2023 йылда төҙөкләндереү күҙалланған йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү башланды.

Биләмәне төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү башланды
Биләмәне төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү башланды

2017 йылдан алып йыл һайын “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһын финанслау һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһында парктар, скверҙар, йәмәғәт киңлектәре, халыҡ йыйылған урындар төҙөлә, реконструкциялана. Был проектты бойомға ашырыуҙа ҡатнашыуҙың төп шарты бар: сираттағы йылда төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу йыл һайын электрон тауыш биреү юлы менән башҡарыла.
Проекттың төп маҡсаты – торама пункттарҙы халыҡ өсөн уңайлы итеү, ҡала мөхитенең сифат индексын күтәреү. Насар мөхитле ҡалалар (ауылдар) һанын ике тапҡырға кәметеү. Ҡалаларҙы (ауылдарҙы) төҙөкләндереү процесына граждандар-ҙы йәлеп итеү.
Быйыл тауыш биреү 2022 йылдың 15 апреленән 30 майына тиклем дауам итә. 14 йәше тулған һәр кем төҙөкләндерергә кәрәк тигән фекер менән 02.gorodsreda.ru сайтында бер объект өсөн тауыш бирә ала. Иң күп тауыш йыйған объект 2023 йылда төҙөкләндерелә. Уңайлы ауылда йәшәргә теләһәгеҙ, тауыш бирергә онотмағыҙ.
2023 йылда Мәсетле районында төҙөкләндереүгә дәғүә иткән объекттар:
- Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамындағы үҙәк майҙан – проект буйынса йәйәүлеләр өсөн уңайлы юлдар, ял һәм аралашыу өсөн майҙансыҡтар, заманса яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, япмалар, эскәмйәләр, бәләкәй архитектура формалары, йәшелләндереү ҡаралған;
- Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Көньяҡ” биҫтәһендә мәҙәниәт һәм ял паркы – проект буйынса юл билдәләре, бәләкәй архитектура формалары моделдәре бар;
- Әләгәҙ ауылында универсаль спорт майҙансығы;
- Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт һәм ял паркы – инеү урыны, декоратив ҡоймалар, бәләкәй архитектура формалары, урам фонарҙары һәм эскәмйәләр ҡуйыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, тротуар ташы түшәү күҙаллана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл “Комета-спорт” паркын яңыртыу планлаштырыла.
Уҙған йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” нигеҙендә “Көньяҡ” паркы булдырылды. Ул 2021 йылдың декабрендә асылды. Парк биләмәһендә резина япмалы, инвентарь менән балалар уйын майҙансығы, эскәмйәләр менән ял итеү зонаһы, универсаль спорт майҙансығы, воркаут зона, күләгәле япма аҫтында урам тренажерҙары ҡуйылды. Шулай уҡ “Ҡала мөхите” программаһы порталында Бөтә Рәсәй тауыш биреү барышында иң күп тауыш йыйған скейт-парк та йыһазландырылды. Яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү үткәрелде.

Светлана
СЕРГЕЕВА әҙерләне.

Биләмәне төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү башланды
Биләмәне төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү башланды
Биләмәне төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү башланды
Биләмәне төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү башланды
Автор:Лариса Михалькова