Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Декабрь 2021, 15:30

Һыу – йәшәйештең мөһим сығанағы

Әләгәҙ ауыл советы биләмәһенең Мәләкәҫ, Әләгәҙ, Октябрьск ауылдарында һыу үткәргес селтәрендә капиталь ремонт буйынса эштәр тамамланды.

Һыу – йәшәйештең мөһим сығанағы
Һыу – йәшәйештең мөһим сығанағы

Бында һыу үткәргесте капиталь ремонтлау мәсьәләһе күптәнән киҫкен булып ҡалып килә ине. Әләгәҙ ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Вәлитов әйтеүе буйынса, был ауылдарҙағы һыу менән тәьмин итеү системаһы 30 йылдан ашыу эшләй, уның 80 проценттан күберәк өлөшө туҙған, шуға күрә йыш ҡына эсәр һыу менән өҙөклөктәр булып тора. Быйыл Башҡортостан Республикаһының маҡсатлы социаль программалар фонды ярҙамында ауыл биләмәһе халҡын һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһендә проблеманың киҫкенлеген кәметеүгә өлгәшәләр.
Мәҫәлән, Мәләкәҫ ауылында 560 метр иҫке һыу үткәреү торбалары алмаштырылған, һыу башняһы һәм скважиналар территорияһы кәртәләп алынған.
Әләгәҙ ауылында 25 кубометр һыйҙырышлы һыу һурҙырғыс башня ҡуйылған. 1669 метр иҫке һыу үткәргес яңыһына алмаштырылған. 35 ҡоҙоҡ һәм 16 ябыу ҡорамалы ҡуйылған.
Октябрьск ауылында 25 кубометр һыйҙырышлы һыу башняһы ҡуйылған. 740 метр иҫке һыу үткәргес торбалар алмаштырыла. Ике һыу алыу колонкаһы, ете ябыу ҡарамалы ҡуйылған. Биш ҡоҙоҡ монтажланған, һыу менән тәьмин итеү селтәрендәге ҡоҙоҡтарҙың ете люгы яңыртылған.
Эштәрҙе Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы тәғәйенләгән “Стройпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарҙы.
– Дөйөм алғанда, һыу менән тәьмин итеү системаһы яҡшырҙы. Мәләкәҫ ауылында һыу селтәре тулыһынса яңыртылды һәм һыу алыу ҡоролмаһы йыһазландырылды. Әләгәҙ һәм Октябрьск ауылдарында етешһеҙлектәр бөтөрөлдө. Әммә был торама пункттарҙа һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү системаһының сифатын тулыһынса яҡшыртыуға өлгәшеп булманы, сөнки капиталь ремонт буйынса яңы скважиналар быраулау мөмкинлеге ҡаралмаған. Район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре был йүнәлештә эштәрҙе киләһе йылдарҙа ла дауам итергә планлаштыра, – тип һөйләй хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов.
Айгөл ШАРАПОВА.

Автор:Лариса Михалькова