Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Ноябрь 2021, 15:05

Реаль эштәр – ғәмәлдә

Мәсетле районы төрлө программа һәм проекттар ярҙамында йылдан-йыл матурлана, төҙөкләндерелә.

Реаль эштәр – ғәмәлдә
Реаль эштәр – ғәмәлдә

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә йыл һайын 10 объектҡа ремонт эшләү ҡаралған. 2021 йылда ла был эштәр уҙҙы. Дыуан-Мәсетле ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһына капиталь ремонт эшләнде, белем биреү (Абдулла, Һөләймән, Айып) һәм мәҙәни-ял (Әләгәҙ, Йонос, Ләмәҙтамаҡ клуб системалары) учреждениеларында ремонт, Оло Аҡа ауылы Еңеү паркында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Әжекәй һәм Салйоғот, шулай уҡ Яңы Мөслим, Түбәнге Бобин, Оло Ыҡтамаҡ (Пролетарҙар урамы) ауылдарында балалар майҙансығы һатып алынды һәм урынлаштырылды.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында муниципаль бюджеттан Туҡбай, Кесе Ыҡтамаҡ, Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында автобус туҡтау павильоны булдырылды. Ошо көндәрҙә шундай уҡ павильон Салйоғотта барлыҡҡа килде (һүрәттә). Был йүнәлештә эштәр дауам итә. Башҡа ауылдарҙа ла бындай туҡталыу урындарын ҡорамалландырыу планлаштырылған.

Автор:Лариса Михалькова