Ҡөҙрәте киң Аллаһ Тәғәләнең,
Ҡайтып киләм һиңә ашҡынып!
Ҡаршы алсы мине, ауылҡайым,
Һин тип киләм, осам талпынып!
Ошондай матур шиғри юлдар менән башлағы килә бөгөнгө һүҙҙе. Эйе, тыуған ауыл, тыуған нигеҙ һәр кемдең күңелендә ғүмерлек һөйөү булып олоғайғансы оҙата бара.
2 ноябрҙә Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында яңы арт-объект асылды. Ул бөгөн картала исеме булмаған Иҫәнбай ауылына бағышланған.
Иҫәнбай ауылы 1781 йылда барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. 1939 йылда унда 159 кеше йәшәгән, ә 1959 йылда – 156. 1968 йылда торама пункттар реестрынан төшөп ҡалған.
Объект Альфред Моратов һәм Камил Кәримов инициативаһы менән булдырылды.
– Беҙ икебеҙ ҙә ошо ауылда тыуып үҫтек һәм тыуған төйәгебеҙҙе сикһеҙ яратабыҙ, – тип уртаҡлаша хистәре менән улар. – Ағымдағы йылдың июнь айында Иҫәнбай ауылы исемен мәңгеләштереү хаҡында һүҙ сыҡты. Аҙаҡтан арт-объект булдырыу уйы тыуҙы. Интернет селтәрендә мессенджерҙа ауылдаштар төркөмөн булдырып, уйыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. Улар беҙҙең ниәтте хупланы. Бының өсөн беҙ бик рәхмәтлебеҙ! Киләсәктә был объекттың тирә-яғын төҙөкләндереп, волейбол һәм балалар майҙансығы булдырыу теләге бар.
Арт-объект ғәҙәти түгел: төп өлөшө – йөрәк формаһында, ауыл исеме ҡыҙыл төҫ менән яҙылған, ауылдың барлыҡҡа килгән йылы һәм Башҡортостан символы булған ҡурай төшөрөлгән. Материалдар һатып алып, уны эшләү һәм ҡуйыу өсөн 70 мең һум аҡса китә. Яңы Мишәр ауыл биләмәһе халҡы 50 мең һум йыйып, ҙур ярҙам күрһәтә.
Тантаналы сараны Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров асты. Иҫәнбай ауылынан сыҡҡан, совет һәм партия эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Ғәлимйән Кәримов кесе тыуған яғы тарихын һөйләне, ә арт-объект булдырыу инициативаһын күрһәткән егеттәр ярҙам итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Яңы объектты асыуҙа ҡыҙыл таҫманы киҫеү хөрмәте Ғәлимйән Кәримов, Альфред Моратов һәм Камил Кәримовҡа күрһәтелде.
Сараға саҡырылған ҡунаҡтар – Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов һәм “Далан” төркөмө, Илдар Абдуллин, Әлфиә Ниғмәтуллина, Алиса Йомағәлиева – концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Байрам ауыл мәҙәниәт йортонда киске концерт менән дауам итте.