Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
21 Сентябрь 2021, 09:55

Тәртип һәм таҙалыҡ – һәр кемдең хәстәре

Иртә яҙҙан алып тәүге ҡар төшкәнсе Мәсетле районы территорияһында һәм республикала шәмбе өмәләре уҙа. Ул халыҡ күпләп йыйылған һәм дөйөм ҡулланыу урындарын, мәҫәлән, парк, сквер, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын, шулай уҡ башҡа урындарҙы бергәләп йыйыштырыу маҡсатында үткәрелә. Әммә күпселек халыҡ төҙөкләндереү эше хакимиәт хәстәре тип иҫәпләй. Был улай түгел.

Тәртип һәм таҙалыҡ – һәр кемдең хәстәре
Тәртип һәм таҙалыҡ – һәр кемдең хәстәре

Нимә тураһында һүҙ барғанын яҡшыраҡ аңлау өсөн норматив-хоҡуҡи документтарға күҙ һалайыҡ. Бина, торлаҡ йорт, ҡоролмаларҙы тотоу буйынса талаптар, улар урынлашҡан ер участкаһы, фасад һәм ҡоймаларҙың тышҡы күренеше, төҙөкләндереү буйынса эштәр исемлеге һәм уларҙы үтәү осоро, унан ары башҡа эштәр Мәсетле районының һәр ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү буйынса ҡуйылған ҡағиҙәләргә буйһона.

Майҙансыҡтар, сквер һәм парк-тар – беҙҙең ДӨЙӨМ мөлкәт.


Ошо документҡа ярашлы, физик һәм юридик шәхестәр йыл һайын үҙ мөлкәтен – бина, ер участкаһы, уның янындағы территорияны тейешле хәлдә тоторға бурыслы. Йәғни, һәр кеше өй һәм өй алды участкаһының таҙалығы, төҙөклөгө, тышҡы торошо өсөн яуаплы. Ҡойманан бер нисә метр алыҫлыҡта һәм юлға тиклем территорияны ла оноторға ярамай. Өйҙөң тышҡы күренешенә, йорт ҡаралтыларына, ҡоймаларға, өй ҡыйығына ваҡытында ремонт эшләргә кәрәк. Һәм был бөтәһенә лә аңлайышлы кеүек.

... һәр кеше үҙе йәшәгән йорттоң торошо өсөн яуаплы.

Дөйөм ҡулланыу урындарында хәлдәр нисек? Ауыл халҡы теге йәиһә был майҙансыҡты төҙөкләндереүҙе, балалар өсөн уйын майҙансығы булдырыуҙы, йәшелләндереүҙе, паркта яңы ҡорамалдар ҡуйыуҙы һорай. Был йүнәлештә эштәр бер нисә йыл рәттән бара – район үҙәгендә генә бер нисә балалар майҙансығы асылды, “Атлант” паркы яңыртылды, үҙәк сквер төҙөкләндерелде. Халыҡтың бурысы – был объекттарҙы һаҡлау, сүп-сар ташламай уларҙы тәртиптә тотоу, ҡырмау, емермәү.
Йыш ҡына интернет селтәрендә ҡулланыусылар балалар уйыны өсөн ҡуйылған ҡоролмалар һәм урам тренажерҙары майҙансыҡтарының ватыҡ булыуына зарлана. Ошондай һорау тыуа: “Кем һуң уларҙы вата? Беҙ үҙебеҙ йәиһә беҙҙең балаларыбыҙ түгелме?”. Һәр кемгә төбәп әйтелмәһә лә, һаҡсыллыҡты үҙебеҙҙән башларға кәрәк: дөйөм мөлкәткә һаҡсыл ҡарарға (сөнки майҙансыҡтар, сквер һәм парктар – беҙҙең ДӨЙӨМ мөлкәтебеҙ), дөйөм территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләрендә әүҙем ҡатнашырға.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр төҙөкләндереү буйынса эштәрҙән ситләшә. Улар фекеренсә, фатир хужаларының яуаплылығы ишек алдынан ары китмәй. Әммә нәҡ улар йорт ихатаһын, уның тирә-яғын, йорт алдындағы баҡсаны тәртиптә тотор-ға бурыслы. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә ял итеү зонаһы, машина ҡуйыу һәм хужалыҡ урыны, территорияны йәшелләндереү, сүп-сарҙы йыйыу буйынса өмәләр ойоштороу мәсьәләһен бергәләп хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ, сүп үләндәрен сабыуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, сөнки улар янғын сығыу хәүефен тыуҙыра.
Шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҙә бина һәм уның тирә-яғындағы территорияны тейешле кимәлдә тәртиптә тоторға тейеш. Сүп-сарҙы ваҡытында сығарыу өсөн улар сүп-сар йыйыу һәм сығарыу операторы менән килешеү төҙөргә тейеш, етештереү ҡалдыҡтарын дөрөҫ утилләштерергә, территориялағы үләнде сабып, тәртиптә тоторға бурыслы. Төҙөлөш материалдары һәм ҡалдыҡтары ауыл биләмәһенең тышҡы ҡиәфәтен боҙоп торорға тейеш түгел.
Төҙөкләндереү буйынса эштәр берәй әһәмиәтле көн йәиһә рәсми кеше килеү уңайынан ғына атҡарылмаһын ине. Өмәләр йыл әйләнәһенә, иҫкәртеүһеҙ, үҙ аллы башҡарылырға тейеш. Беҙ көн дә үҙебеҙҙе һәм йәшәгән йортобоҙҙо тәртипкә килтереү өсөн йыуынабыҙ, тешебеҙҙе таҙартабыҙ, һауыт-һабаны йыуабыҙ, йоҡлаған урыныбыҙҙы йыйыштырабыҙ. Ә ни өсөн һуң ауылды таҙа тоторға ашыҡмайбыҙ? Был – беҙҙең дөйөм йортобоҙ, һәм быны оноторға ярамай.

Тәртип һәм таҙалыҡ – һәр кемдең хәстәре
Тәртип һәм таҙалыҡ – һәр кемдең хәстәре
Тәртип һәм таҙалыҡ – һәр кемдең хәстәре
Автор:Наркес Халиуллина