Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Сентябрь 2021, 10:00

Районда шәмбе өмәләре уҙҙы

11 сентябрҙә республикабыҙ халҡы, шул иҫәптән мәсетлеләр ҙә “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй шәмбе өмәһенә ҡушылды. Төп эштәр Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Көньяҡ” ял һәм мәҙәниәт паркында уҙғарылды.

Районда шәмбе өмәләре уҙҙы
Районда шәмбе өмәләре уҙҙы

Шулай уҡ шәмбе өмәләре райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә ойошторолдо. 550-нән ашыу кеше районда үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙы сүп-сарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙартты, клумбаларҙан ҡороған сәскә һабаҡтарын алды, биләмәләренең тышҡы йөҙөн, газондарҙы, юлдарҙы, сквер һәм парктарҙы тәртипкә килтерҙе.
Бындай акциялар йыл һайын мәсетлеләрҙе бер командаға туплай. Уртаҡ көс менән район территорияһында 2600 кг сүп йыйылды һәм сығарылды, эшкә 14 берәмек техника йәлеп ителде.

Автор:Наталья  Русинова