Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Август 2021, 14:50

Ҡойма яңы төҫкә мансылды

Шәмбе өмәһе – иң тәүге нәүбәттә таҙалыҡ, тәртип, яҡшы кәйеф байрамы. Ғәҙәти эштәрҙе ситкә ҡуйып, абдуллалар ауыл үҙәгендә урынлаш-ҡан ҡойманы буятып, яңыртырға сыҡты. Төҙөкләндереү эшен ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо. Буяу, башҡа кәрәк-яраҡтар менән ауыл хакимиәте тәьмин итте.

Ҡойма яңы төҫкә мансылды
Ҡойма яңы төҫкә мансылды

2006 йылда был урында ағастар ултыртып, мал теймәһен өсөн ҡойма менән уратып алғандар. Ваҡыт үтеү менән улар сереп, емерелгән.
Абдулла ауыл советы хакимиәте башлығы Рәфис Носратуллин әйтеүе буйынса, уҙған йылда битараф булмаған ауылдаштар көсө менән 168 метр иҫке ҡойма яңыһына алмаштырылған. Вәхит Закиров – рәшәткә, кәртә, Илдар Ниғәмәтйәнов бағана менән тәьмин итә. Рубин Мәүликаев махсус ҡаҙаҡтар алып килә, Данил Осетров ҡаҙаҡ һатып алған.
Шулай уҡ ауылда Тәүрә йылғаһы аша яҙғы ташҡында йыуылған күпер тергеҙелде. “Аҡтау” йәмғиәте етәксеһе Илдар Ниғәмәтйәнов Яңы урам һәм урау юлды үҙ иҫәбенә төҙөкләндерҙе. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре белем биреү учреждениеһының ҡоймаһын тулыһынса буятып ҡуйҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәниә Раянова ҡыуанысын йәшермәй:
– Шәмбе өмәһенә барлыҡ ауылдаштар сыҡты: араларында ялға ата-әсәһе янына ҡайтҡандар ҙа булды. Был бөтәбеҙҙе берләштергән байрам кеүек: абдуллалар эш ваҡытында аралашты, күңел асты, хатта бейеп тә алды. Сөнки эште бар күңелеңде һалып эшләгән ваҡытта ғына ул бары тик ҡәнәғәтләнеү килтерә. Беҙ үҙебеҙҙең кесе тыуған яғыбыҙҙы бик ныҡ яратабыҙ, һәр кеше йәшәгән ерен таҙа тоторға тейеш икәнен яҡшы аңлайбыҙ, – ти ул.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Фәниә Вәҡиф ҡыҙы күптән түгел йәмәғәт ойошмаһы рәйесе итеп һайланды. Ул үҙенең коллективы менән ауыл тирәһен кәртәләү, ағас ултыртыу, тәртипкә килтереү эштәре башҡарыуҙа ярҙамлаша, уңышһыҙ ғаиләләргә бара, әңгәмәләр үткәрә, социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлаша, конкурс-тарҙа әүҙем ҡатнаша, Һабантуйҙа ойошторолған “Милли ризыҡ” район конкурсында еңеүсе тип танылды.

Автор:Айгуль  Шарапова