Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Август 2021, 14:20

Көршәле ауылында шишмә төҙөкләндерелде

Республика башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән Башҡортостан халҡын берләштереү маҡсатында март айынан “Атайсал” проекты эше йәйелдерелде.

Көршәле ауылында шишмә төҙөкләндерелде
Көршәле ауылында шишмә төҙөкләндерелде

Ул кесе тыуған ил тормошон яҡшыртыуға, үҫтереүгә һәм сәскә атыуына булышлыҡ итә. Ошо проект нигеҙендә Вәсимә Рәшитова Көршәле ауылындағы шишмәне төҙөкләндереү эшен башланы. Уға уның улдары Азамат менән Динар, шулай уҡ ауыл халҡы ҡушылды.
Был шишмә иҫ китмәле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Урындағы халыҡ һәм тыуған яғына ҡайтыусы ҡунаҡтар уның саф һәм тәмле һыуын эсеп ҡыуана. Әммә шишмә тирәһе йәмһеҙ күренештә ине: кәртәләре серегән, шишмә урғылған урын юҡҡа сыҡҡан, баҫҡыс емерелгән. Рәшитовтар ғаиләһе уны төҙөкләндерергә хәл итә. Уларҙың изге эшенә Рәфҡәт, Рифат, Тимерйән Хәкимовтар, Фазылйән Әхмәтйәнов һәм Раил Ғиниәтуллин ҡушыла.
Берҙәм көс менән тирә-яҡтағы үлән сабыла, шишмә тирәһенә ҡом түгелә, уның үҙәне таҙартыла, ҡойма, япмаһы яңыртыла, алтаҡта ҡуйыла, шишмә янындағы майҙансыҡ, шишмәгә килеү юлы төҙөкләндерелә. Бөгөн ул ауыл халҡы тырышлығы менән яңы төҫ алды.
– Тыуған ауылым Көршәлелә шишмәләр күп. Беҙҙең ата-әсәләребеҙ, үҙебеҙ бала саҡтан ошо яңыртылған сығанаҡ һыуын эсеп йәшәнек һәм йәшәйбеҙ. Был эште мин шундай хәүефле сир таралған ваҡытта ауылдаштарым төшөнкөлөккә бирелмәһен, артабан илһамланып эшләһен өсөн башланым. Әкрен генә Көршәлемә йәм керә, ауылды киләсәк быуын өсөн матур итеп һаҡлап алып ҡалырға ине, – тип һөйләй проектты башлап ебәреүсе. – Был ер ауылдың иң иҫтәлекле бер урыны булып ҡалһын.
Вәсимә Рәшитова – педагогик хеҙмәт ветераны. Ул 38 йыл мәктәптә математика фәненән уҡыта, Яңы Мишәр ауылы ветерандар советы рәйесе. Вәсимә Мөхәмәтулла ҡыҙы бар күңеленән тыуған яғы өсөн янып-көйөп йәшәй. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы сиктәрендә зыярат ҡоймаһын алмаштырыу буйынса шәмбе өмәһен ойоштороусыларҙың береһе лә ул.

Көршәле ауылында шишмә төҙөкләндерелде
Көршәле ауылында шишмә төҙөкләндерелде
Автор:Айгуль  Шарапова