Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Август 2021, 13:40

Халыҡтың әүҙем ялы өсөн

Былтыр Оло Ыҡтамаҡ ауылында төҙөкләндереү объекттары буйынса тауыш биреү уҙҙы. Һөҙөмтәлә Көньяҡ микрорайонындағы ял паркы һайлап алынды.

Халыҡтың әүҙем ялы өсөн
Халыҡтың әүҙем ялы өсөн

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты нигеҙендә “Добрый” магазины эргәһендә ял паркы булдырыу буйынса эштәр бара. Проекттың генераль подрядсыһы – “Тепловик” йәмғиәте.
Спорт ҡоролмалары, скейт-парк элементтарын әҙерләү һәм монтажлау эштәре менән “Промконструкция” йәмғиәте шөғөлләнә. Улар киҫкен хистәр яратыусыларға оҫталыҡтарын шымартыу һәм ҡатмарлы трюктар башҡарыу өсөн рампа урынлаштыра.
Бөтә эштәрҙе сентябрь башына тамамлау планлаштырылған.
Ә “Комета-спорт” ял паркында универсаль спорт майҙансығын ҡора башлағандар. 2022 йылда унда балалар өсөн уйын майҙансығы, тренажер һәм воркаут мөйөшө ҡуйыу ҡаралған.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА