Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Июль 2021, 14:00

Үҙҙәренеке түгел бит...

Бөгөн йыш ҡына райондың балалар һәм спорт майҙансыҡтарында, йәмәғәт урындарында вандализм күренештәре осрай. Мәрхәмәтһеҙ ҡыланыштар арҡаһында бәләкәй архитектура формалары емерелә, ял итеү эскәмйәләре, спорт майҙансығы ҡоймалары, бәүелсәк ултырғысы, карусель, балаларҙың шыуып уйнаған урындары ҡырыла, ҡышҡыһын боҙ ҡаласығы тар-мар ителә.

Үҙҙәренеке түгел бит...
Үҙҙәренеке түгел бит...

Һуңғы йылдарҙа республика һәм муниципаль программа сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙың ихаталары, дөйөм ҡулланыу урындары төҙөкләндерелә, әммә ҡайһы бер ауылдаштар был ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләмәй, һаҡламай.
Балалар майҙансыҡтарының барыһында ла видеокамералар юҡ, ә йыл һайын ихаталарға яңы уйын комплекстары урынлаштырыу мөмкин түгел.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы Ленин урамындағы балалар һәм спорт майҙансығында карусель, ҡорамалдар ватылған. Ә ул бит уҙған йылдың ноябрь айында ғына асылды. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр яңыртылған ихата хаҡында күптәнән хыяллана ине, проектты тормошҡа ашырыуҙа үҙ өлөштәрен дә индерҙе, әммә ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы.
Ҡайһы ваҡыт уйын ҡорамалдарында үҫмерҙәр яҙып ҡалдырған әҙәпһеҙ һүҙҙәр күҙгә салына. Ә был яҙыуҙарҙы башҡа кешеләр, бигерәк тә бәләкәй балалар күреүе хаҡында улар уйламай.
Барыһы ла балаларының сағыу, Европа стандарттарына ярашлы йыйылған заманса майҙансыҡта уйнауын теләй. Ә ҡуйылған ҡоролмалар билдәле бер ауырлыҡ категорияһына ғына тәғәйенләнгән, улар тәрбиәләү шарттарын үтәүҙе талап итә. Шуға күрә белгестәр ата-әсәләрҙең балалары менән майҙансыҡтарҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәһе хаҡында әңгәмә үткәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Өлкән йәштәге егет-ҡыҙҙар 3-тән 7 йәшкә һәм 7-нән 14 йәшкә иҫәпләнгән балалар майҙансығында уларға урын юҡ икәнлеген аңларға тейеш.
Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында тимер ҡаҙау, ҡаты юл япмаһы менән ергә нығытылған “Ярашыу эскәмйәһе” һурылып алынған һәм зыян күргән (һүрәттә). Әлегә уны белгестәр ремонтлай. Төҙөкләндерелгәндән һуң, эскәмйә яңынан урынына ҡуйыласаҡ.
Беҙ бергәләп йәмәғәт милкен һаҡларға өйрәнмәһәк, бындай йәмһеҙ күренештәр артабан да ҡабатланыуы ихтимал. Йәшәгән ауылыбыҙҙың йәме һәм ҡото бары тик үҙебеҙҙең ҡулда икәнлеген онотмайыҡ.

Үҙҙәренеке түгел бит...
Үҙҙәренеке түгел бит...
Автор:Лариса РИЗВАНОВА