Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Июнь 2021, 09:20

Яңы арт-объект

“Атайсал” проекты сиктәрендә Ҡорғат ауылында “Мин Ҡорғатты яратам” арт-объекты ҡуйылды.

Уны тантаналы асыу Ҡорғат ауыл биләмәһе халҡы һәм ҡунаҡтары йыйылған милли байрам Һабантуйҙа уҙҙы.
Яңы объект Ҡорғат һәм Юлай ауылдары араһындағы балалар уйын майҙансығы янында ҡуйылды. Иҫтәлекле урын янында фотоға төшөргә теләүселәр күп булды.
Яңы объектты урынлаштырыуҙа Руслан Заһрыев бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Ул Первоуральск ҡалаһында йәшәй, ата-әсәһе йәшәгән тыуған ауылына йыш ҡайтып йөрөй. Хәйриә программаһы һәм проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән “Атайсал” проекты тап ошондай тыуған яғы, ауылы яҙмышы өсөн битараф булмаған кешеләр өсөн булдырылған.