Бындай дөйөм ҡулланылыштағы урындар: парк, сквер, яр буйҙары, һыу ятҡылыҡтары, күпер территорияларының торошо ла мөһим роль уйнай. Уларҙың таҙа, төҙөк тороуы халыҡтың татыу һәм социаль яҡтан яуаплы булыуҙарын күрһәтә: мәсьәлә килеп тыуа икән, халыҡ берләшә һәм ҡуйылған бурысты хәл итә.
Яңы Мөслим ауылы халҡы нәҡ шулай эшләй. Улар ата-бабаларының һуңғы төйәге тураһында бергәләп хәстәрлек күрә.
– Ауыл ситендә урынлашҡан зыяратҡа илткән юл насар торошта ине, яҙғы-көҙгө батҡаҡ ваҡытында унан үтеү бигерәк ҡыйын була торғайны, – тип һөйләй ауыл уҙаманы Ғәли Хәбибуллин. – Үҙ ауылдарын яратҡан ябай ауыл егеттәре менән беҙ уны тәртипкә килтерергә булдыҡ. Бының өсөн беҙ Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек, ҡырсынташ сығарыуға рөхсәт алдыҡ. Вадим Вәлиев, Ришат һәм Әлфир Зәбировтар үҙҙәренең үҙбушатҡыс автомобилдәрендә ҡырсынташ килтер-ҙеләр. Булат Таҫмағолов ауыл биләмәһе хакимиәтенең ошо маҡсатта бүлгән грейдерында юлды тигеҙләне. 300 метр оҙонлоғондағы арауыҡта юлды тигеҙләп тә ҡуйҙылар.
Был Яңы Мөслим халҡының зыяратты төҙөкләндереү буйынса тәүге эше генә түгел. Бер нисә йыл элек улар зыяраттың ҡоймаһын тулыһынса алмаштырғандар, буятҡандар, яңы ҡапҡа ҡуйғандар. Кәрәк-яраҡты һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән иҫке ҡаралтыны ремонтлағандар. Яңыһын эшләп, уны йылытыу өсөн тимер мейес ҡуйғандар, ағастан ултырғыс һәм эскәмйәләр эшләгәндәр. Был изге эштә Ғәли Хәбибуллин менән Радик Вәлиев бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Эштә Бәшировтар, Ғималетдиновтар, Зиннәтуллиндар, Ғизәтуллиндар, Ғайфуллиндар, Хәбибуллиндар, Хәйруллиндар, Латиповтар, Оморҙаҡовтар, Йыһаншиндар, Сәлимовтар, Иҡсановтар, Хәсәновтар, Ҡәйүмовтар, Хәйерзамановтар, Басировтар, Мөслимовтар әүҙем ҡатнашҡан.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Ауылдаштар ҙа эшкә бергәләп тотонһа, мәсьәләләр еңел хәл ителә.