Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Сентябрь 2020, 13:00

Сәскәләр донъяһында

Матур раузалар, һоҡланғыс ләләләр, ялҡынлы флоксылар, ябай миләүшәләр...

Күҙҙе ҡамаштырған был сәскәләр өй алдарын ғына түгел, ә бөтә ауылды матурлай, ыңғай тәьҫораттар уята, үҙ көсөңә ышаныс тыуҙыра. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле. Юҡҡамы ни, сәскәләр нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тиҙәр.
Беҙҙең районда ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһен әкиәт донъяһына әйләндереүсе хужабикәләр бик күп. Ҡорғат ауылынан Анфиса Зиялтдинова шундайҙарҙың береһе. Уның баҡсаһында сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Һарыһы, ағы, ҡыҙылы, ҡуйы ҡыҙылы, алһыуы – һәр төрлөһө урын алған. Күрше Юлай ауылында иң матур баҡса – Ғәлиә Фәйзраевала. Күңеленә яҡын булған был эш менән ул ихлас шөғөлләнә һәм ауылдаштарына яҡшы кәйеф өләшә.
Әжекәй ауылынан Мөнирә Шамакованың да яратҡан шөғөлө – сәскәләр үрсетеү. Уның баҡсаһында күп һәм бер йыллыҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ сәскәләр иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тирә-яҡты сағыу төҫтәргә күмеп ултыра.
Теләш ауылынан Розалия Аҙнабаева баҡсаһын тағы ла йәмләндереп, сәскәләр араһына төрлө һындар, фонарҙар ҡуйған.
Мөнирә Шамакова.
Розалия Аҙнабаева.
Фәйзраевтар ғаиләһе.