Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Август 2020, 14:00

Йорт хайуандарын һәм ҡоштарын ҡарауһыҙ иректә йөрөткән өсөн административ штраф ҡаралған

Район үҙәге халҡын ҡараусыһыҙ йөрөгән кәзәләр һәм уларҙың хужалары менән нисек көрәшергә тигән һорау борсой. Ошо мәсьәлә буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдинов ентекле аңлатма бирҙе.

– Оло Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәтенә малдарҙың ҡарауһыҙ йөрөүенә бәйле бик күп ялыуҙар килә. Ысынлап та, Оло Ыҡтамаҡ, Әжекәй, Яңы Мөслим ауылдары буйлап ҡарауһыҙ йөрөгән мал һәм ҡош-ҡорт осрай, улар күршеләргә һәм үҫентеләргә күп кенә бәлә килтерә.
Яңыраҡ мөрәжәғәт иткән ҡатын күп һанлы кәзәләр көтөүе хужаһының фамилияһын әйтте, ул үҙенең хайуандарын иреккә сығарып ебәрә. Кәзәләре, күршеһенең йәшелсә баҡсаһына кереп, сейәне, күп йыллыҡ сортлы сәскәләрҙе кимергән, ултыртылған түтәлдәрҙе (кишер, салат үләне, редис һәм башҡалар) тапап бөтөргән. Асыу-ланған күршеләрҙең “цивилизациялы” һөйләшеүе һөҙөмтә бирмәй.
Йорт хайуандарын һәм ҡоштарын аҫрау ҡағиҙәләре барлығын бәлә килтергән мал хужаларының иҫтәренә төшөрөп үтәбеҙ:
- йорт кәзәләре тик өй эргәһендәге территориялағы ялан кәртәлә йәки хужалары күҙәтеүе аҫтында көтөүлектә ҡаралырға тейеш;
- йорт хайуандарын көтөү урындағы үҙидара органының норматив-хоҡуҡ акттары билдәләгән көтөүлек урындарында хужаһы йәки уның ҡушыуы буйынса башҡа кеше күҙәтеүе аҫтында ғына рөхсәт ителә;
- хужалары йорт хайуандарының һәм ҡоштарының ихаталарҙы, тротуарҙарҙы, урамдарҙы, парктарҙы, газондарҙы, балалар майҙансыҡтарын, скверҙарҙы, майҙандарҙы, шулай уҡ торлаҡ йорттоң ишек алдын бысратыуына юл ҡуймаҫҡа бурыслы;
- малын урамда ҡалдырған хужалар йәшел үҫентеләрҙе боҙған өсөн зыянды һәм малды ҡыуып япҡан өсөн сығымды ҡайтара;
- йәмәғәт урындарында ҡараусыһыҙ йөрөгән мал тотолоп ябыла. Ҡағиҙәне боҙоусы ғәмһеҙ хужаларға административ протокол төҙөләсәк һәм штраф һалынасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының һәм райондың норматив-хоҡуҡи акттары менән ҡаралған ауыл хужалығы хайуандарын көтөү һәм ҡыуып йөрөтөү тәртибен боҙған өсөн, әгәр был хоҡуҡ боҙоу составы барлыҡҡа килтермәһә, граждандарға 500-ҙән 3000 һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыуға килтерә.
Мал ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы килеп сыҡһа, автомобиль хужаһына килгән зыянды мал хужаһы түләргә тейеш. Ә инде был юл-транспорт ваҡиғаһында кешеләр зыян күрһә, РФ Енәйәт кодексына ярашлы, мал хужаһына енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Мал хужаларын тәртипкә өндәйбеҙ һәм башҡаларҙы хөрмәт итергә саҡырабыҙ. Улар өҫтә һанап кителгән нормаларҙы мотлаҡ үтәргә тейеш. Әгәр ҙә һеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, айырым граждандарҙың мал аҫрау тәртибен боҙоуҙарын күрһәгеҙ, урындағы үҙидара һәм хоҡуҡ тәртибе органдарына ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ. Бәлки, яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм штраф һалыу, ысынлап та, хужаларға үҙҙәренең бурыстарына етди ҡарарға ярҙам итер.
Был айҙа ғына ҡарауһыҙ йөрөгән мал хужаларына ҡарата дөйөм 4000 һум суммаға 4 административ штраф һалынған.