Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Июль 2020, 17:30

Ял зонаһы

Тыуып үҫкән еребеҙҙе тағы ла нығыраҡ матурайтыу – һәр беребеҙҙең хәлдән килә торған эш. Ауыл территорияһында тәртип булдырыуға ауыл хакимиәтенең бурысы тип ҡарарға ярамай. Ауылдың тышҡы матурлығы унда йәшәгән халыҡтан тора.

Бына Яңы Мөслим ауылы халҡы был йәһәттән беҙгә үрнәк күрһәтә. Унда Ыҡ йылғаһы ярында төрлө төҫтәге яңы эскәмйәләр һәм пляж ҡулайламалары барлыҡҡа килде. Уларҙы халыҡ үҙ көсө менән эшләп ҡуйған.
Был ял урынын булдырыу тәҡдиме менән ауыл Советы депутаты Сәлимйән Хәкимов сығыш яһаған. Төҙөлөш материалы итеп профтүшәмә һәм торбаларҙы шәхси эшҡыуар Мөхәмәтнур Хәйруллин биргән, иретеп йәбештереү эштәрен Азамат Нуретдинов башҡарған. Ә Ришат Зәбиров үҙ техникаһында ял урынында ерҙе тигеҙләгән һәм пляж өсөн ҡом килтергән.