Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Июль 2020, 13:00

Барыһы ла – шәмбе өмәһенә!

Төҙөкләндереү мәсьәләһе бөгөнгө көндә актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Ауыл биләмәләре төҙөкләндерелә, йылдан-йыл матурая бара, һоҡландыра.

Оло Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәтендә биләмә башлығы Альберт Ғилметдинов тарафынан, төҙөкләндереү эше буйынса комиссия булды- рылған.
– Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр даими рәүештә сүп үләндәрен сабып, урамдарҙағы йәшел үҫентеләрҙе тәрбиәләп торалар, – ти ул. – Шулай уҡ аҙна һайын үткәрелгән шәмбе өмәләрендә ауылдың бар ойошмалары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
Төҙөкләндереү буйынса комиссия ауыл биләмәһе буйлап рейдҡа сыға, етешһеҙлектәрҙе асыҡлай, территорияһы сүпле күп фатирлы йорттоң өлкән ҡараусыһына, йәиһә шәхси хужалыҡтарға күрһәтмә ебәрә.
Мәсетле районы хакимиәтендә административ комиссияның яуаплы секретары – баш белгес Наталья Ковина әйтеүе буйынса, ағымдағы йылда районда төҙөкләндереү ҡағиҙәләренең биш осрағын боҙоу асыҡланған.
Ҡағиҙәләрҙе боҙғандарға административ штрафтар ҡаралған. Ул граждандарға – 500 – 1000 һум, вазифалы кешеләргә – 2000 – 3000 һум, юридик ойошмаларға 20000 – 30000 һум тәшкил итә.
Беҙҙең төп бурыс – Мәсетле районы матур булһын өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләү. Райондың таҙа булыуы, тәү сиратта, беҙҙең үҙебеҙгә кәрәк. Ул – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ һәм беҙ уның таҙалығы өсөн яуап бирәбеҙ. Шәмбе өмәләрен дауам итергә тейешбеҙ, сөнки ул һөҙөмтәле һәм халыҡҡа урамдарҙы таҙа итеү, үҙҙәрен бер ҙур ғаиләнең өлөшө итеп тойоу мөмкинлеге бирә.
Район ауылдары араһында Яңы Яуыш урамдары үрнәк, улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә урамдарҙы тәртипкә килтер-гәндәр.
Район үҙәгендә идара итеүсе компания булмағанлыҡтан, күп фатирлы йорттарҙың тирә-яғын таҙартыу эше фатир хужаларына йөкмәтелгән. Ҡайһы бер йорттарҙа йәшәүселәр тирә-яҡты йәшелләндереүҙә актив ҡатнаша.
– Тирә-яҡты төҙөкләндереүҙә йәштәрҙең әүҙем ҡатнашҡанын күрге килә, ни тиһәң дә, был – уртаҡ эш. Ул йәһәттән өлкән кешеләрҙән үрнәк алырға кәрәк, улар йорттағы булған үҙгәрештәргә, йорттоң бөгөнгө һәм киләсәгенә вайымһыҙ түгел, – ти күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең береһе.
Ҡайһы бер күп фатирлы йортта йәшәүселәргә шәмбе өмәләренә сығыу мотлаҡ. Сөнки йорттарҙың ҡайһыларын сүп үләндәре баҫҡан, мәҫәлән, Ленин урамындағы 10-сы һанлы йорт. Күрәһең был йортта йәшәүселәр, улар-ҙың йорттары ауыл уртаһында булыуға ҡарамаҫтан, минән башҡа ла эшләрҙәр әле тип донъя көтә. Барыһы ла эшкә бергәләп тотонғанда, был үҫемлектәрҙән ҡотолорға була.
Беҙҙең скверҙарыбыҙ, парктарыбыҙ, ихаталар, подъездар йыйыштырылып, матур гөлдәр үҫһә, тәртиптә, таҙа торһа – былар барыһы ла беҙҙең ҡулдан килә торған эш! Бары тик, үткән заман- дарҙағы кеүек, бергәләшеп шәмбе өмәләренә сығырға, тыуған ауылыбыҙға һөйөүебеҙҙе һәм хөрмәтебеҙҙе күр-һәтергә кәрәк.
Һүрәттә: Яңы Яуыш ауылының Йәштәр урамы.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамы.