Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Июнь 2020, 14:00

Беҙ таҙа ауылдар өсөн

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, 2020 йыл – Зауыҡлы биләмәләр йылы.

Төҙөкләндереү мәсьәләһе беҙҙең район өсөн дә актуаль булып ҡала. Бына, мәҫәлән, Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡы йәмәғәт урындарында һәм өйҙәре эргәһендә таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу буйынса эшкә әүҙем ҡушыла. Ойошмалар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙы тәрбиәләп тота: үләнен саба, сәскәләр үҫтерә. Халыҡ үҙ участкаларын заманса төҙөлөш материалдары менән яңырта, шул иҫәптән шәхси ихаталары булмаған күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр, мәҫәлән, Ленин урамының 8-се йортонда йәшәүселәр үҙ милкенә һаҡсыл ҡарай, уны матурлап тоторға тырыша. Битараф булмаған кешеләрҙең тырышлығы менән ауылдарыбыҙ һәм районыбыҙ яңы төҫ ала.
Район үҙәгендә халыҡ күпләп йөрөргә яратҡан урындарҙың береһе – “Атлант” стадионы. Күп спорт саралары нәҡ бында уҙа. Уның территорияһын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе коллективы тәртиптә тота. Уҙған йылда бында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының “Заманса ҡала мөхите булдырыу” проекты буйынса спорт инвентары һатып алынды. Быйыл ул ҡуйыла.
Футбол майҙанын әҙерләү тулы көсөнә бара. Спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре майҙанды тигеҙләп саба, йүгереүселәр өсөн юлдың ситендә сүп үләндәре үҫеп ултырмаһын өсөн гербицид менән эшкәртелгән. Әммә дөйөм тырышлыҡты ҡайһы берәүҙәр юҡҡа сығара: бер нисә урында сетка йыртылған, фонарь ватылған.
– Ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү һәм уны тәртиптә тотоу хакимиәттең генә түгел, ә унда йәшәгән һәр кемдең бурысы. Тирә-яғыбыҙҙа булдырылған уңайлыҡтарға, матурлыҡҡа беҙ бергәләп һәм һәр ҡайһыбыҙ айырым һаҡсыл мөнәсәбәттә ҡалғанда ғына булғанды һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ, – ти Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдинов.
Районыбыҙ ауылдарына матур ҡиәфәт биреү – барыбыҙҙың да бурысы. Әммә, ошо матурлыҡтың йәмен ебәреп ултырыусы сүп үләндәре баҫҡан участкалар осрай. Ҡайһы берәүҙәр-ҙең матурлыҡты тоймауы бик ҡыҙғаныс. Бына бөгөндән һәр беребеҙ эргәбеҙҙә күренгән сүп үләндәрен генә сабып сыҡһа ла, тирә-яғыбыҙ таҙарып, йәмләнеп ҡалыр ине.
Матур баҡсалар күҙҙең яуын ала.
“Атлант” Стадион.
Район үҙәгенең төп урамында кесерткән гөрләп үҫә.