Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Июнь 2020, 11:15

Тыуған ауыл

Ватан… Ошо һүҙҙә күпме мәғәнә ята.Мәктәптә уҡығанда, беҙ иншаны ғәҙәттә шундай һүҙҙәр менән башлай торған инек. Бәлки, ул саҡта уның мәғәнәһенә лә төшөнөп етмәгәнбеҙҙер. Тик ҙурайып, күпмелер тормош тәжрибәһенә эйә бул-ғандан һуң ғына, Ватанға ҡарата һөйөү тойғоларын аңлайһың.

Беҙҙең бәләкәй ватаныбыҙ– Теләш ауылы. Район үҙәгенән алыҫа ятыуына ҡарамаҫтан, унда тормош ҡайнай. Яҙ етеү менән ауыл халҡы, ҡырмыҫҡа иләүенә оҡшап, өйҙәрен матурларға тотондо. Шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы: улар бөтә республика программаларында ҡатнашырға тырыша.
Ауылда, иң тәүҙә, клуб һәм хакимиәт алдындағы яңы ҡойма күҙгә ташлана. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы ярҙамында эшләнгән.
Бөгөн клубта “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу эштәре бара. Уға ярашлы, тауыш аппаратураһы, бильярд һәм теннис өсөн өҫтәлдәр, стеллаждар, шкафтар, кейем элгестәр килтерелгән. Ауыл халҡы яңы йомшаҡ креслолар, шаршауҙар һәм башҡа бик күп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ ял итеү үҙәгенең асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Яңы уҡыу йылына “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы буйынса мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырыу планлаштырылған. Әлегә халыҡтан аҡса йыйыу эше бара. Проект ҡиммәткә төшә, ләкин мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ҙа үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Шулай булғас, кәрәкле сумма йыйылыр тип уйлайым.
Ауыл халҡы шулай уҡ мәрхүмдәрҙе лә иҫләй. Бында Иҫкә алыу һәм ихтирам көнөндә зыяраттың кәртәһен алмаштырырға уйлайҙар. Бағыусыһы – Теләш ауылында тыуып-үҫкән Димьян Мостафин.
Тәкә ауылында юл ремонтлау -төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы ремонтлай башлаған. Быны ауыл халҡы күптән көтә ине.
Әлеге программалар ауылдың проблемаларына вайымһыҙ булмаған кешеләр ҡатнашлығынан тыш тормошҡа ашмаҫ ине. Бөтә был эштәр менән Ростов ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Ғәлимов идара итә. Шулай уҡ активистар Ринат Тәҡиуллин, Фәнил Рамазанов, Урал Айсин, Зөлфирә Фәтихова, Алия Рамазанова, Рәмилә Сәғҙиеваларҙы билдәләп үтке килә.
Ауылдаштарҙың пландары күп әле. Әлегә улар бөтә кәртте асып һалырға ашыҡмай. Ләкин уларҙың киләсәктә лә яңы идеялары һәм эштәре менән ҡыуандырырына шигем юҡ.