Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
27 Май 2020, 19:00

Яңы ҡойма - реаль эш

“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Ләмәҙтамаҡ ауылында клуб территорияһын кәртәләү буйынса эштәр тамамланды.

Халыҡ наказын үтәү өсөн республика бюджетынан 178 мең һум күләмендә субсидия бүленде.
– Партия проекты ярҙамында клубтың иҫке ҡоймаһын тулыһынса алмаштырыу мөмкин булды. Евро-штакетник менән 91 метр ара кәртәләнде, ҡалған 65 метрға сетка-рабица һуҙылды. Ремонт эштәрен тендер отҡан “Кадастр үҙәге” йәмғиәте белгестәре башҡарҙы. Ҡойманы яңыртыуҙа ауылдаштар Айбулат Ғатауллин, Динар Ғиниәтов, Фират Йәнтүрин, шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм клуб хеҙмәткәрҙәре ғаиләләре менән ҙур ярҙам күрһәтте. Ирҙәр, иҫке ағас ҡоймаларҙы һүтеп алып, иң ауыр эштәрҙе башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙар территорияны тәртипкә килтерҙе, сәскәләр ултыртты, торбалар- ҙы буятты. Сүпте сығарыуҙа ауыл старостаһы Юрис Ҡотлоевтың ярҙамы ҙур булды, – тип һөйләй Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамов. – Эштәр бының менән генә тамамланмай әле: ике бәләкәй һәм бер ҙур ҡапҡа ҡуйырға уйлайбыҙ.
“Реаль эштәр” программаһы халыҡтың ауылдың тышҡы йөҙөн матурлау, төҙөкләндереү буйынса теләктәрен тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.