Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Декабрь 2019, 14:00

Яҡшы юл ауылды йәмләй

Юлдарҙы ремонтлау район тормошонда көнүҙәк темалар-ҙың береһе булып ҡала.

Мәсетле районында дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын яҡшы торошта тотоу, ремонтлау, төҙөү һәм үҙгәртеп һалыу буйынса территориаль заказда ҡаралған эштәрҙе башҡарыуға подрядсы ойошманы билдәләү өсөн конкурс процедураһы уҙғарылды. 2019 йылдың 16 – 29 июле осорона подрядсы ойошмалар – шәхси эшҡыуар “Кин-йәбаев Д. Н.” һәм Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы менән килешеүҙәр төҙөлдө. Территориаль заказ буйынса республика бюджетынан финанслау 8258000 һум тәшкил итте, урындағы бюджеттан ҡушып финанслауға 444425,35 һум бүленде.
Подрядсы шәхси эшҡыуар “Кинйәбаев Д. Н.” планлаштырылған эш күләмен тулыһынса башҡарҙы. Кесе Ҡыҙылбай ауылының Кесе Ҡыҙылбай урамында, Оло Ҡыҙылбайҙың Яр буйы, Ҡыҙыл Армия, Революция, Баҡса урамдары, Әләгәҙҙең Кооператив урамы юлдары ремонтланды. Әләгәҙ ауылының Тракт урамында һыу үткәреү канауҙары булдырылды, урындағы әһәмиәттәге Әләгәҙ – Сосновка –Ключевой автомобиль юлының 5,1850 – 6,650 км өлөшө, Көршәле ауылының Гөршишмә һәм Айып ауылының Йәштәр урамында юлдар ремонтланды.
Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы тарафынан Оло Ыҡтамаҡ ауылында Яр буйы, Чапаев, Йырын, Иван Крючков, Энергетиктар, Балашов, Революция (106а һанлы йорттан 116а һанлы өйгә тиклем) урамдарындағы, Мелиораторҙар урамы менән Рубин урамын тоташтырған юлдар, Баҡса урамынан Чапаев урамына тиклемге юл саты, Һөләймән ауылының Яңы, Ләмәҙтамаҡ ауылының Баҡса, Иҫке Мишәр ауылының Коммунистик, Ҡаранай ауылының Ерекле урамдарындағы юлдарҙы ремонтлау буйынса эштәр башҡарылған.
Ләкин төбәк юлдарындағы ремонт эштәренең тығыҙлығы һәм техниканың эштән бүленеп Ҡариҙел юлына тотонолоуы менән бәйле бөтә объекттарҙа ла эштәр ваҡытында үтәлмәне. Йыл һуңына тиклем дөйөм ҡулланылыштағы урындағы әһәмиәттәге “Теләш – Тәкә – Ҡорғат” автомобиль юлының 1,3 – 3,7 км участкаһында һәм ошо уҡ юлдың Тәкә ауылындағы Тыныслыҡ урамынан үткән өлөшөн, Теләш ауылындағы Күпер урамындағы юлды ремонтлау планлаштырыла.
“Тыуған урам” программаһы буйынса Әләгәҙ ауылының Совет урамында 1546 м оҙонлоҡтағы юлға асфальт түшәлде. Республика бюджетынан финанслау 11820000 һум тәшкил итте. Урындағы бюджеттан ҡушып финанслау – 180494,76 һум.