Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Декабрь 2019, 20:00

Район үҙәге ойошмалары биналарын Яңы йылға биҙәй башланы

Тылсымлы байрам – Яңы йылға тиклем айҙан кәмерәк ваҡыт ҡала.

Район Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда төп шыршыны ҡуйҙылар ҙа инде. Бына-бына уны уйынсыҡтар менән биҙәйәсәктәр, ә бар тирә-яҡты төрлө төҫтәге гирляндалар балҡытасаҡ. Традиция буйынса Яңы йыл шыршыһы тирәләй ҡуйыласаҡ һырғалаҡтар ҙа бала-сағаны һөйөндөрәсәк. Шулай уҡ бында төрлө фигуралар һәм әкиәт персонаждары менән боҙ ҡаласығы төҙөү планлаштырыла.

Быйыл да һәр саҡтағыса магазиндар, предприятиелар, белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениелары биналарының ал яғын биҙәп һәм, бәлки, үҙ территорияларында Яңы йылдың төп символын урынлаштырып байрам кәйефе булдырырға ярҙам итәсәк.

Ҡайһы бер ойошмалар административ биналарының фасадтарын биҙәй ҙә башлаған инде. Беренселәр иҫәбендә – Рәсәй Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығы(һүрәттә).Әйтергә кәрәк, бинаның эсе лә бик матур итеп байрамса биҙәлгән.

Был традицияға айырым кешеләр-ҙең дә ҡушыла башлауы иғтибарға лайыҡ. Улар ихаталарында һәм өйҙәренең тышына гирляндалар элә, ә был ауылдар урамдарына айырым яңы йыл алды төҫөн бирә.