Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Ноябрь 2019, 18:00

Йәштәр үҙәге яңырҙы

Һуңғы йылдарҙа Мәсетле районының Йәштәр үҙәге иҫкергәйне: түшәмдә һыу үткән эҙҙәр барлыҡҡа килде, дымлылыҡ юғары булыу арҡаһында ул ярылып, һыланған ҡатламы емерелеп төшкәйне.

Йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орлованың һүҙҙәренсә, хеҙмәткәрҙәр бинаның ҡыйығын ремонтлауҙы финанслауҙы һорап район хакимиәтенә хат яҙған.

– Аҡса “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр” программаһын бойомға ашырыуға ярашлы бүленде, – ти ул. – Ремонт эштәре бөтә конкурс процедураларынан һуң сентябрь аҙағында башланғайны. Бөгөн ремонт тамам, тиергә мөмкин. Яҡын арала эштәрҙе ҡабул итеү буласаҡ.

Ремонт һөҙөмтәһендә Йәштәр үҙәге бинаһының ҡыйығы, биш тәҙрә, төп ишек һәм бүлмә ишектәре алмаштырылды, бинаның эске стеналары яңыртылды. Ҡыйыҡтың асамайҙары һәм уға ҡағылған таҡталары өлөшләтә алмаштырылды. Шулай уҡ түшәм ремонтланып, өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Бинаға ингән ерҙә тыштан ике козырек эшләнде.

– Хәҙер Йәштәр үҙәге залында ярайһы уҡ яҡты, – ти Лилиә Ямалетдинова. – тамашалар залындағы йылытыу радиаторҙарын да яңырттыҡ, шуға күрә йылдың һалҡын миҙгелдәрендә йылы булыр тип өмөтләнәбеҙ. Үҙ бинабыҙ эсендә ауыл йәштәре һәм активис-тары менән эшебеҙҙе дауам итә алыуыбыҙға шатбыҙ.

Мәсетле районының Йәштәр үҙәге 2006 йылда элекке “Октябрь” кинотеатрының реконструкцияланған бинаһында асыла. Шул саҡтан бирле ул район йәштәре, активистарының осрашыу урынына әйләнә, унда үҫеп килеүсе быуын өсөн саралар, тематик кисәләр, форумдар үтә.