Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Сентябрь 2019, 15:00

Юбилейлы объект

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Башҡорт-остандың 100 йыллығына – 100 объект” проектына ярашлы балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана. Яңы мәктәпкәсә учреждение Көньяҡ микрорайондың Башҡорт гимназияһы эргәһендә урынлашҡан.

Эштәргә заказ биреүсе – БР Капиталь төҙөлөш идаралығы. 140 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы мәктәпкәсә учреждение бөтә заманса стандарттарға тап киләсәк. Унда алты төркөм, медпункт, иркен уйын бүлмәләре, спорт һәм музыка залдары, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифт һәм пандус ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙең илдә бойомға ашырылыусы “Уңайлы мөхит” федераль программаһы муниципаль һәм шәхси мәктәпкәсә учреждениеларҙа ҡаршылыҡһыҙ шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Балалар баҡсаһы территорияһындағы уйын майҙансыҡтары заманса йөйһөҙ резина түшәмә менән йыһазландырыласаҡ. Бинаға транспортта килеп буласаҡ: проект тарафынан Йәштәр урамынан Сәнәғәт урамына үтеү юлы, шулай уҡ туҡталҡа төҙөү ҡаралған.

Районда тағы ла нимә төҙөгәндәр йәки төҙөлә?

• Оло Ыҡтамаҡ – Ҡорғат автомобиль юлында Аҡа йылғаһы аша күпер һалыу тулы көйгә бара.

• 2016 йылдан башлап районда һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсереү буйынса эштәр алып барыла. Тәүге йылда Әләгәҙ ауылында 54 фатир күсерелгән һәм балалар баҡсаһы, мәктәп һәм ауыл мәҙәниәт йорто өсөн блоклы-модулле ҡаҙанлыҡтар ҡуйылған. 2018 йылда был программаны Оло Ыҡтамаҡ ауылында бойомға ашырыу башланды. Эштәр күләменең ҙур булыуы менән бәйле программа ике йылға бүленгән. Былтыр барлығы 24 күп фатирлы йорт күсерелгән. Быйыл 20-һен күсерәһе бар. Эштәр республика программаһына ярашлы башҡарыла. Ҙур өлөшө республика һәм урындағы бюджет иҫәбенә финанслана.

• Былтыр йәй “Уралстройкерамика” ЯСЙ-һының Кесе Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводы асылды.

• Көньяҡ микрорайонында 4,8 км һыу үткәргес селтәре һалынды; Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көнсығыш микрорайонына газ индереү проекты бойомға ашырылды.

• “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау”программаһына ярашлы, Тракт урамының 3-сө, 4-се, 9-сы, 13-сө, шулай уҡ Ленин урамындағы 2-се һәм 9-сы йорттар подъездары ремонтланды.

• Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тракт урамында ихата территориялары (3, 9, 7, 11, 13, 14, 16, 16а, 18а һәм 18 а/1 һанлы йорттар) төҙөкләндерелә.

• “Заманса ҡала мөхите формалаштырыу” федераль программаһы ярҙамында 2018 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк скверы, Яңы Мөслим ауылындағы Еңеү паркы һәм Әләгәҙ ауылының Совет урамында ихата территорияһы төҙөкләндерелде. Быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Атлант” паркын һәм Оло Аҡа ауылының Еңеү паркын төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла.

• Айып ауылына тиклем газ үткәргестең квартал эсендәге селтәре төҙөлгән; Йонос – Әбдрәхим – Айып ҡасаба-ара газ үткәргесен төҙөү проекты әҙерләнгән һәм дәүләт экспертизаһын үткән, уны киләһе йыл төҙөү планлаштырыла.

• Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көнсығыш микрорайонын һыу менән тәьмин итеү буйынса төҙөлөш проекты әҙерләнә.