Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Июль 2019, 16:00

Яңы ФАП-тар буласаҡ

Үткән йылдың ноябрендә Мәсетле районына эш сәфәре ваҡытында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Түбәнге Бобин фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды.

Ул уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан. Шул саҡта уҡ ул Түбәнге Бобинда яңы ФАП төҙөү мөмкинлеген ҡарарға кәрәклеген билдәләне.

Мәсетле районы хакимиәтендә аңлатыу- ҙарынса, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары Түбәнге Бобин ауылында ғына түгел, ә Кесе Ыҡтамаҡта ла барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан Республикаһы бюджетынан ике модулле ФАП һатып алыуға средстволар бүленгән. Түбәнге Бобин ауылындағы пункт өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған. Ул ошо йылдың 1 октябренә тиклем урынлаштырыласаҡ.

Кесе Ыҡтамаҡ ауылы өсөн проект – ҡорамалдар һатып алыу стадияһында.