Ни өсөн төндәрен ауылдар урамдарында утты һүндерәләр? Уны ҡасан ҡабыҙа башларҙар икән? Был һорауҙарҙы беҙ район хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмовҡа бирҙек:
– Тәүлектең ҡараңғы мәлендә урамдарҙағы ут Әләгәҙ, Оло Аҡа, Ҡорғат һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәләренән тыш бөтә ауылдарҙа ла һүндерелә. Был маҡсатта көндәр иң оҙон булған йәйге осор һайланған. 15 июлдән урамдар сәғәт киске 11-ҙән төнгө 1-гә тиклем яҡтыртыла (тәүлектең яҡты ваҡыты ҡыҫҡара бара ут ҡабыҙыу режимы ла үҙгәрә).
Июндән авгусҡа тиклем урамдар яҡтыртылышы системаларын модернизациялау эштәрен үткәреү урамдарҙы яҡтыртыуға средстволар дефицитын ҡаплау сығанағының булмауы менән бәйле Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә 15 авгусҡа тиклем яҡтыртыуҙы сикләргә ҡарар ителгәйне. Был сикләүҙәр көслө хәрәкәт булған төп урамдарға ҡағылманы.
Хәүефһеҙлек мәсьәләләренә килгәндә, әйтергә кәрәк, ошо осор эсендә юл ваҡиғалары һәм урам енәйәттәре һанының артыуы билдәләнмәне. Урамдарҙа ут юҡлығына зарланып күпләп мөрәжәғәт итеүҙәр булманы. Граждандар күмәкләп мөрәжәғәт иткән күп кенә ауылдарҙа яҡтыртылыу тергеҙелде.