Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Июль 2019, 14:07

Ауылды СҮП ҮЛӘНЕ баҫырға бирмәйек!

Яҙ көнө барыһы ла сүп-сар менән көрәште, үҙ йорттары тирәләй, йәмәғәт урындарында таҙалыҡ һәм тәртип булдырҙы. Хәҙер шул тәртипте тоторға кәрәк, сөнки төҙөкләндереү – һәр кемдең эше.


Район үҙәгендәге күпселек ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең үҙ территорияларын ҡарауы һөйөндөрә: үләндәр сабылған, түтәлдәрҙә сәскәләр күҙҙең яуын ала. Ауылдың күп кенә кешеләре үҙ ихаталарын ғына түгел, ә уларға терәлеп ятҡан ер участкаларын да тәртиптә тота: бер кемдеке лә булмаған ерҙәр сүп үләне баҫып ултырмай, территорияларҙы сәскәләр биҙәй. Ул үҙенә күрә бер визит карточкаһы – хужаның үҙе тураһында ла яҡшы фекер барлыҡҡа килә.

Шулай ҙа районда проблемалы участкалар бар. Бөтә биналар һәм ҡоролмалар хужалары ла үҙҙәренә терәлеп ятҡан территорияларҙағы үләндәрҙе сапмай. Ҡайһы берәүҙәр “был эшкә минең ҡыҫылышым юҡ: ҡойманың арты минеке түгел, нишләп мин сабырға тейеш, ана күрше сапһын”, тигән позицияла. Ә ҡый үләндәренә шул ғына кәрәк тә – улар яҡын тирәгә әллә нисә йыл алдан сәселеп, рәхәтләнеп башаҡлана.

Ауылдың тышҡы йөҙө өсөн муниципалитет ҡына түгел, ә унда йәшәгән кешеләр ҙә яуаплы. Ауылдарға матур ҡиәфәт биреү – ауыл Советы башлығы өсөн ябай мәсьәлә түгел. Урындағы власть тырышлығы һәм уның тарафынан күрелгән саралар ғына етмәй.

Районда ауыл биләмәләре территорияларын төҙөкләндереү һәм санитарияға ярашлы тотоу буйынса админис-тратив комиссия эшләй, ул даими рәүештә рейдтарға сыға. Участкалары эргәһендә ҡый үләндәре үҫкән граждандар менән бер нисә тапҡыр әңгәмәләр уҙғарылды һәм әлеге сүп үләндәренән таҙартыу кәрәклеге тураһында үтенестәр әйтелде. Үтенестәргә был участкалар янында йәшәгән кешеләр кире ҡараштарын белдерҙе, үҙ участкалары эргәһен таҙартыу теләге уларҙа барлыҡҡа килмәне.

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Гүзәл Юнысованың һүҙҙәренсә, апрелдән алып 25 протокол төҙөлгән. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 6.3-сө статьяһына ярашлы, төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоу (БР-ҙың 2014 йылдың 29 декабрендәге 172-з һанлы законы редакцияһында), ошо уҡ статьяның 2-се өлөшөнә ярашлы башҡа ауылдар территорияларын төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоу, әлеге статьяның 1-се өлөшөндә ҡаралғандарҙан тыш, әгәр күр- һәтелгән ҡылыҡ был Кодекс менән ҡаралған хоҡуҡ боҙоу булмаһа, граждандарға 500-ҙән 1000 һумға тиклем; вазифалы кешеләргә 2000-дән 3000 һумға тиклем; юридик ойошмаларға 20000-дән 30000 һумға тиклем административ штраф һалыныуға килтерә.

Быйыл июль ямғырлы булды. Сүп үләндәре ҡотороп үҫә, әгәр уларҙы сабып тормаһаң, ул саҡта ян-яҡты бик тиҙ әрәмәлек баҫасаҡ. Күп ерҙәрҙә тап шулай була ла. Был хәлде төптән яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн әллә ни күп көс һалырға кәрәкмәй: бер нисә тапҡыр ваҡытында сабырға һәм билдәле бер ныҡышмалылыҡ булғанда, дөйөм тырышлыҡ менән беҙ тотош район территорияһында ауылдарыбыҙҙың эстетик кимәлен шаҡтай күтәрә аласаҡбыҙ.