Комиссия район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллиндан, торлаҡ һәм ер контроле буйынса төп белгес Илнур Хәйруллиндан, төбәк операторы вәкиле, төп инженер Руслан Насыровтан тора.
Тикшереү барышында Тракт урамының 3-сө, 4-се, 9-сы, 13-сө өйҙәрендә ремонт эштәре барышы тикшерелде. Был программа буйынса ошо өйҙәр подъездарында ингән урындар ремонтлана, подъездарҙың стеналары һәм түшәмдәре штукатурлана һәм буятыла, алғы ишек алмаштырыла, беренсе ҡаттарҙа керамик плиталар һалына, ағас яндауырҙар алмаштырыла, почта йәшниктәре һәм светильниктар алмаштырыла. Дөйөм алғанда, подъездарҙы ремонтлау буйынса эштәр ыңғай баһалана, етешһеҙлектәр ҙә бар, әммә улар тиҙ арала бөтөрөләсәк.