Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Июнь 2019, 15:22

Һөләймәндең Йөрәге!

Ошо көндәрҙә районда тағы бер иҫтәлекле урын асылды.


Әлеге сарала Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамов ҡатнашты. Ул был иҫтәлекле ҡоролманы төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе. Әлеге проекттың инициаторҙары һәм дизайн авторҙары – клуб мөдире Рида Зәйнетдинова һәм китапханасы Миләүшә Ғарипова. Уны сүкеп яһалған изделиелар менән шөғөлләнеүсе шәхси эшҡыуар Марат Хажиев яһаған.

Миләүшә Ғарипова Рәшит Әхтәриҙең “Һаумыһығыҙ, һөләймәндәр” шиғырын уҡыны, унда шағир ауылды йөрәк менән сағыштыра.

Һөләймән – йөрәк кеүек ул,

Ҡайҙа һуң аҡмай ҡаны?

Кешеләре – Мәсетленең,

Башҡортостандың даны!

– Был ял итеү, фотосессия, туйҙар үткәреү өсөн яратҡан урын булыр тип өмөтләнәбеҙ, – ти Рида Зәйнетдинова.

Конструкцияны урынлаштырыу өсөн әлеге урын осраҡлы ғына һайланмаған. Ауылдың бөтөн матурлығын ошонда күреп була. Әй йылғаһы аға, тирә-йүндә урман һәм баҫыуҙар йәйелеп ята, йыраҡтан Йонос һәм Әбдрәхим ауылдары күренеп тора.

Әлеге арт-объект Һөләймәндең бер биҙәге булыу маҡсаты менән ҡуйылды.