Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Июнь 2019, 14:08

Изге эш

Кеше баҡыйлыҡҡа күскәс, ғәмәл дәфтәре ябыла. Әммә 3 нәмә өсөн ул асыҡ булыр ти: үҙеңдән иманлы, тәрбиәле бала ҡалдырыу; кешеләрҙе кәрәкле ғилемгә өйрәтеү; халыҡ һинән һуң да кинәнеп ҡулланған изге эш (күпер төҙөү, юл һалыу, мәсет асыу, ҡойо ҡаҙыу, ағас ултыртыу).

Ғүмәр ауылында Ураҙа ғәйетенә тиклем мәсетте ремонтлау эше уҙғарылды. Уның биләмәһендә иҫке сетка алынып, профтүшәмә, евроштакетник менән кәртәләнде. Ауылдаштарыбыҙ был изге эштә әүҙем ҡатнашты: аҡса ла йыйҙылар, ярҙамға килергә лә ашыҡтылар.

Иретеп йәбештереү эшендә Роберт Ниязов ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ ағалы-энеле Тимерхан һәм Биктимер Дусмөхәмәтовтар, Ғәйнетдин Баязитов, Айгиз Кинйәбаев, Илшат Исмәғилев, Ғәзинур Зәбихуллин, Йәмил Нуриев, Филүс Хафизов изге эштә әүҙем ҡатнашты.

Төҙөлөш материалы, атап әйткәндә, профтүшәмә, евроштакетник һатып алыуға аҡса йыйыу иғлан ителгәйне. Ғүмәрҙәр кәрәкле сумманы ике көн эсендә йыйҙы. Финанс яҡтан Гөлназ Ибраһимова, Миңлегөл Яхина, Гөлсәсәк Әхмәт-йәнова, Ләлә Ибраһимова, Әнисә Шакирова, Флүрә Ғаббасова, Нәсимә Шәймөхәмәтова, Зифа Фазлыева, Ғәлиә Зарипова, Фрося Фәттәхова, Хәбиҙә Ханнанова, Фәниә Аллаярова, Айнур Шакиров, Айгиз Ғәлимов, Мәғәсүм Биков ярҙам күрһәтте.

Ошондай изге эштә һүҙ менән дә, ҡул көсө менән дә, аҡсалата ла ярҙам күрһәткән кешеләргә Раббым бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәрәкәтен биреп, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡыуанысын күреп кинәнергә яҙһын!

Фәнис хәҙрәт ҒАББАСОВ,

Ғүмәр ауылы мәсетенең имам-хатибы.