Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
21 Май 2019, 13:05

Контейнерҙар ултырта башланылар

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыу-сы Гүзәл Юнысова район үҙәгендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн 48 контейнер ҡуйылыуы тураһында һөйләне.

Улар Космонавтар урамынан Көньяҡ урамына тиклем (20 дана), Йәштәр урамынан Сиренле урамына тиклем (28 дана) урынлаштырылған. Һәр урамда – 3-әр контейнер.

48 контейнер һатып алыуға 288000 һум сарыф ителгән. Артабан контейнер майҙансыҡтары, ҡоймалар монтажлау планлаштырыла.

Яңы контейнерҙарҙағы ҡалдыҡтарҙы билдәләнгән график буйынса яңыраҡ һатып алынған сүп ташыу машинаһы йыя.

Дөйөм алғанда, промзона халҡы контейнерҙар урынлаштырыуҙы ыңғай ҡабул итте һәм ауылда яңы майҙансыҡтар һанының арта барырына өмөт итә.

Ауыл биләмәһен контейнерҙар менән тулыһынса тәьмин итеү өсөн 455 сүп-сар контейнеры талап ителә.


Оло Ыҡтамаҡ һәм Салйоғот ауылдарынан сүптәрҙе сығарыу графигы


Дүшәмбе: Колхоз урамы – 10.00-10.30 сәғ., Пролетарҙар урамы – 10.30-11.00 сәғ., Ленин урамы – 11.00-11.30 сәғ., П. Коммуны урамы – 11.30-12.00 сәғ., Күпер урамы – 12.00-12.30 сәғ., Төньяҡ урамы, Төньяҡ тыҡрығы – 12.30-13.00 сәғ., Еңеү урамы – 13.00-13.30 сәғ., Октябрь урамы – 13.30-14.00 сәғ.


Шишәмбе: Салйоғот ауылы – 10.00-12.00 сәғ., Беренсе май урамы – 17.00-17.30 сәғ., Октябрь – 17.30-18.00 сәғ., П. Филиппов – 18.00-18.30 сәғ., Тау буйы – 18.30-19.00 сәғ., Юбилей – 19.00-19.30 сәғ., Ст. Чусов – 19.30-20.00 сәғ., Йырын, Теплица – 20.00-20.30 сәғ., Ив.Крючков – 20.30-21.00 сәғ.


Шаршамбы: Тракт урамы – 13.00-13.30 сәғ., Курорт – 13.30-14.00 сәғ., Урмансылар – 14.00-14.30 сәғ., Энергетиктар – 15.00-15.30 сәғ., Балашов – 15.30-16.00 сәғ., С. Юлаев – 16.00-17.00 сәғ.


Кесаҙна: Чапаев урамы – 13.00-14.00 сәғ., Баҡса – 14.00-15.00 сәғ., Яр буйы – 15.00-16.00 сәғ., Мәктәп, Т. Онкин, Ключевой – 16.00-16.30 сәғ., Совет – 16.30-17.00 сәғ., Революция урамынан “Ағиҙел”гә тиклем – 17.00-17.30 сәғ.


Йома: С. Юлаев 1-ҙән 13-сө өйгә тиклем, Бер туған Жильцовтар – 13.00-13.30 сәғ., Интернациональ – 13.30-14.00 сәғ., Революция –14.00-14.30 сәғ., Ҡояшлы – 14.30-15.00 сәғ., Сәскәле – 15.00-15.30 сәғ., Сиренле – 15.30-16.00 сәғ., Рубин – 16.00-16.30 сәғ., Йәйғорло – 16.30-17.00 сәғ., Сейәле – 17.00-17.30 сәғ., 8 Март – 17.30-18.00 сәғ., Пушкин – 18.30-19.00 сәғ., Мелиораторҙар – 19.00-20.00 сәғ.