Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Май 2019, 12:05

Шәмбе өмәһенә дәррәү сыҡтылар

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан яҙғы өмәләр ойоштороу һәм тирә-йүнде күмәкләп тәртипкә килтереү – күптән килгән күркәм йола. Ишәле ауылы халҡы унда йыл һайын әүҙем ҡатнаша.

Быйыл да улар, тырма, һепертке, сүп йыйыу өсөн тоҡтар алып, зыярат территорияһын таҙартыу буйынса өмәгә әүҙем сыҡтылар.

– Аллаға шөкөр, бергәләп ҙур һәм изге эш башҡарҙыҡ. Зыяратта күбебеҙҙең ата-әсәләре, туған-тыумасалары ерләнгән. Ошо урын тәртиптә тотолһа, ҡаралған булһа, шунда мәңгегә йоҡоға талған әрүахтар шатланыр, ә беҙ, уларҙың балалары, йән тыныслығы алырбыҙ, – ти Резеда Ғәлимова.

Ишәлеләр тағы ла бер ҙур эш башлап тора. Клубҡа капиталь ремонт яһауҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-сылар иҫтәлегенә стела ҡуйыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Фәниә һәм Рәлиф Тәхәүетдиновтар инициативаһы менән ауылда мәсет төҙөү планлаштырылған. Ауылға мәсет һалыр өсөн улар ер һатып алған да инде.

– Дүрт көн дауамында ир-егеттәр, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, иртәнән кискә тиклем буласаҡ мәсет территорияһын таҙартты. Йорттағы иҫке өйҙө, йорт-ҡаралтыларын һүтте. Бөтәһе 18 арба сүп-сар сығарылды. Бигерәк тә йәштәрҙең битараф булмауы ҡыуандырҙы. Техника менән ярҙам иткән әүҙем ауылдаштарым – аталы-уллы Тимерғәзи һәм Иршат Фәрхетдиновтарға, Динар Ғайсинға, Азамат Бәҙретдиновҡа, шулай уҡ Азат Әсмәндиәровҡа, Руслан Бәҙретдиновҡа, Илнур Фазлыевҡа, Ришат Фазыловҡа, Ирек Ғәлимовҡа, Ришат Ширғаковҡа, имам-хатиб Тәлғәт Иҡсановҡа, Айҙар Насыровҡа, Кәрим Хизбуллинға, Сабирйән Мөхәрмәтовҡа сикһеҙ рәхмәт белдерәм, – ти Фәниә Илһам ҡыҙы.

Хәҙер мәсетте һалыу өсөн аҡса йыйыу бара. Ишәлеләр был изге эштә финанс ярҙамы күрһәтте һәм әле лә аҡса йыйыуҙы дауам итә. Ошо ауылдан сыҡҡан башҡа ауылдаштар ҙа изге эштә ҡатнаша һәм мөмкинлегенән сығып ярҙам күрһәтә ала. Аҡсаны түбәндәге Һаҡлыҡ банкы картаһы иҫәбенә күсерергә мөмкин: 4276806024234576 (аҡса йыйыу өсөн яуаплы Тәслимә Борис ҡыҙы Ширғакова).

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Сауаплы ғәмәлгә һәр кем үҙ өлөшөн индерһен.