Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Май 2019, 14:10

“Мин Һабанаҡты яратам”

Һабанаҡтарҙың үҙ ауылдарын яратыуҙарын белдергән арт-объект барлыҡҡа килде.

Яңы ҡоролмаға нигеҙ һалыу-сы – Айнур Зәбихуллин.

– Ауылда Һыйыртауҙа байрам уҙғарыу планлаштырыл-ғайны. Сара алдынан әлеге урында шәмбе өмәһе ойоштор-ҙоҡ. Ошонан һуң балалар өсөн ниндәйҙер күңелле һәм ғәҙәти булмаған нәмә эшләү теләге тыуҙы. Мин “Мин Һабанаҡты яратам” арт-объекты төҙөп ҡуйырға булдым. Ундай объекттар Рәсәйҙең күп кенә торама пункт-тарында бар ҙа инде. Уларҙан айырмалы булараҡ, мин Баш-ҡортостаныбыҙ флагын символлаштырыусы йәшел, күк һәм аҡ төҫтәрҙе файҙаланырға ҡарар иттем. Схемаһын һыҙҙым. Профилле торбанан буласаҡ ҡоролманың каркасын иретеп йәбештерҙем. Эшемде күреп, дуҫтарым да илһамланды һәм теләктәшлек белдерҙе. Кәрәкле материалдар: цемент, йәшел һәм күк төҫтәге тимер табаҡтары, хәрефтәр һатып алырға ярҙам итте, – ти Айнур. – Уны ҡороп ҡуйғандан һуң байрамда сығыш яһар өсөн сәхнә лә яһап ҡуйҙыҡ.

Тыуған ауылдары өсөн йәштәр тағы ла бер изге эш атҡарҙы. Улар ауылдың йәмен ебәреп ултырған иҫке клуб бинаһын һүтеп алды.

– Күптәнән бирле ярым-йорто ултырған был бинаны беҙ нигеҙенә ҡәҙәр һүтеп, уның территорияһын таҙарттыҡ. Төҙөкләндереү эштәрендә Алмаз Хәбибуллин, Наил Хафизов, Айҙар Ғәлимов һәм Динар Ғәзизов әүҙем ҡатнашты. Искәндәр Ғилметдинов үҙ техникаһында сүп-сар сығарыуҙы ойошторҙо. Урындағы башлан-ғыстарға ярҙам итеү программаһы ярҙамында элекке клуб урынында балалар өсөн уйын майҙансығы яһау планлаштырылған. Шулай уҡ сүплекте кәртәләргә йыйынабыҙ, сөнки ел бөтөн сүп-сарҙы һыйырҙар утлаған ялан-туғайҙар буйлап тарата, – ти Айнур.

Ошондай эшһөйәр һәм ҡыйыу егеттәр булғанда, ауылдың киләсәге матур булыр тип ышанаһы килә.