Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Май 2019, 13:10

Ауылға йәм инде

Салйоғот ауылы халҡы Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын нәҡ хеҙмәттә ҡаршыланы. Улар май байрамдары көндәренең береһен тыуған ауылдарына бағыш- ларға ҡарар итте.

Йәкшәмбе иртәнән үк ауылда йәнлелек күҙәтелә ине. Кәрәкле эш ҡоралдары алып, һәр кем алдан һөйләшелгән урынға сыҡты. Башҡараһы эштәр күп ине – балалар майҙансығы, буш торған клуб бинаһы эргәһендә һәм Тау урамындағы ҙур ғына майҙандарҙы ҡороған сүп үләндәренән һәм сүп-сарҙан таҙартырға кәрәк ине. Күп кенә ир-егеттәр зыяратты төҙөкләндерергә юлланды.

Кискә ауылға йән өргәндәй булды – урамдар һәм тыҡрыҡтар йәмләнеп китте. Төҙөкләндереү эшендә Оло Ыҡтамаҡтан Мәрзиә һәм Рәмил Ғилметдиновтар, Данил Насыров, Миләүшә һәм Әлфит Әхмәтовтар, Ноябрьск ҡалаһынан ҡайтҡан Салауат Насыров, ауылдан Айрат Ғәниев, Таһир Ильясов, Айҙар Мин-һажев, Әғләм Хафизов, Венер Ғатауллин, Мулланур Саҙрыев, Рима Ҡадирова, Валерьян Миндибаев, Гөлсирә һәм Марат Сибәғәтуллиндар, Ридан һәм Айбулат Минһажевтар, Флүзә Гәрәева, Фирүс Ғәлимов, Рафиҡ Ҡадиров, Альфред Лотфуллин, Ғәлимйән Саҙрыев, Вәғиз Ҡорбанов, Әлфиә һәм Ленар Ғатауллиндар, Алексей Клычев, Розалия Әхмәҙиева, Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Илназ Әхмәҙиев, Диана Саҙрыева, Рәмил Заһитов, Руслан Йосопов, шулай уҡ Дилә һәм Эдуард Куловтар, Эльвина, Денис, Фазылйән Саҙрыевтар, Резеда һәм Муллайән Әхкәмовтар, Булат Заһитов, Эльвира Кулова һәм Рөстәм Жиянов, Рәмил Жиянов, Әнисә апай, Миңлеғәли Саҙрыев, Руслан Йәрмөхәмәтов әүҙем ҡатнаштылар. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мөнирә Ҡорбанова ла ауылдаштарының изге эшенә ҡушылды. Альфред Лотфуллин, Валерьян Миндибаев, Эдуард Кулов һәм Айрат Ғәниев техника менән ярҙам иттеләр.

Шулай итеп, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын Салйоғот халҡы берҙәм хеҙмәт менән ҡаршыланы. Ауыл эсе күркәмләнеп китте. Былар барыһы ла – ауылдаштарҙың татыу һәм дәррәү хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Зөһрә ҒӘНИЕВА,

Салйоғот ауылы старостаһы.