Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Май 2019, 12:04

Сүплек артында – сүплек

Социаль селтәрҙәрҙәге беҙҙең район-ға бәйле төркөмдәрҙең береһендә Оло Ыҡтамаҡ ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплеге һүрәте урынлаштырылған.

Унан күренеүенсә, сүп-сар сүплектән ситкә таралып, урмандың ҙур ғына өлөшөн ҡаплаған. Был күренеш, әлбиттә, халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыу- ҙырҙы.

Беҙ был мәсьәләнең хәл ителешен район хакимиәте белгестәренән асыҡланыҡ. Хәлгә Мәсетле районы хакимиәтенең рәсми вәкиле Анфиса Ишмөхәмәтова асыҡлыҡ индерҙе:

– Яңы ҡағиҙәләр буйынса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары махсус полигондарға сығарылырға тейеш. Был һүҙ алып барылған сүплек Оло Ыҡтамаҡ ауыл советына беркетелгән. Бөгөн районда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙың һәм сығарыуҙың яңы системаһына күсеү өҫтөндәбеҙ. Артабан Мәсетле районындағы барлыҡ сүплектәр бөтөрөләсәк, ә сүптәр күрше райондағы Мәсәғүт ауылы янында урынлашҡан полигонға сығарыласаҡ. “Водоканал” йәмғиәте һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе 15 майға тиклем был сүплекте һәм уның тирә-яғын тәртипкә килтерергә тейеш.


Һүрәттә: Оло Ыҡтамаҡ ауылында сүплектән 100 метр алыҫлыҡтағы урман. Интернетҡа ҡуйылған фото.