Бер ай инде республика буйынса экологик шәмбе өмәләре бара.
Районыбыҙ урамдары, ихаталары, территориялары, юлдары, парктары һәм скверҙарын таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәрендә бюджет һәм йәмәғәт ойошмалары, коммерция структуралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
Шулай ҙа был эштә иң ҙур өлөштө ябай ауыл халҡы биләй, сөнки уларҙың йорт-ҡуралары торошо – ул район ауылдарының йөҙө.
Ләкин барыһы ла шуны аңламай. Атап әйткәндә, Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тыныслыҡ һәм Ленин урамдарындағы ятаҡханаларҙа йәшәүсе ҡайһы берәүҙәр торлаҡтарының территорияһындағы таҙалыҡ – уларҙың эше түгел тип иҫәпләй. Күп фатирлы йорттар янындағы территориялар торошо бик насар – былтыр-ғы ҡарағура шул килеш тора, быйыл да сүп-сар йыйылмаған.
Ленин урамындағы ҡайһы бер күп фатирлы йорттар эргәһендә лә шуға оҡшаш хәл, урыны менән коммуналь ҡалдыҡтар ята.
Ошондай ихаталарҙың йәмһеҙ күренеше бында ниндәй кешеләр йәшәүе һәм үҙ торлаҡтарына ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙары хаҡында үҙе үк әйтеп тора.
Хәл-торошҡа Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Юнысова аңлатма бирә:
– Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы, Мәсетле районы ауыл биләмәләре территорияһында йәшелләндереү, таҙалыҡ һәм тәртипте тәьмин итеү ҡағиҙәләрен боҙоу 500 һумдан башлап административ штраф һалыныуға килтерә.
Был йүнәлештә эш алып барыла. Бөгөнгә 5500 һумлыҡ дөйөм суммаға 11 административ протокол төҙөлгән.
Ауыл биләмәһе хакимиәте Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында Оло Ыҡтамаҡ ауылы кешеләренең иҫенә төшөрә, уларға ярашлы йорт биләмәләренә терәлеп ятҡан территорияларҙа төҙөлөш материалдарын өйөү һәм һаҡлау, йорт биләмәһе территорияһынан ары сүп ырғытыу һәм шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү тыйыла.
Йорт биләмәләре территориялары һәм йорт яны участкалары, ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениелар биналары тирәләй үләнде сабырға, шулай уҡ йорт биләмәләре кәртәләрен, фасадтарын, ҡыйыҡтарҙы ремонтларға һәм буятырға кәрәк.
Шәмбе өмәләрен ойошторорға булышлыҡ итеү маҡсатында “Тепловик” йәмғиәте сүп-сар сығарыу өсөн халыҡҡа транспорт биреп тора ала.