Адрес хужалығында тәртип булдырыу Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең өҫтөнлөклө һәм мөһим бурыс- тарының береһе булып тора. Уларға Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан 3282 өйҙөң һәр береһен ҡарап сығырға тура киләсәк. Өйҙәрҙең күпселегендә алтаҡталар бар. Ҡайһы берҙәре – элекке, уларҙың яҙыуҙарын уҡып та булмай. Ҡайһылары матур итеп заманса эшләнгән. Ә шулай ҙа алтаҡтаһы булмаған өйҙәр ҙә осрай.
Әйтергә кәрәк, адреслы хужалыҡта тәртип булдырыу буйынса эш ҡатмарлы ғына.
Ҡайһы бер өй хужалары менән осрашып булмай: ҡапҡалары бикле, шылтыратырға ҡыңғырауҙары юҡ. Яңы өйҙәр хужалары ла йылдар дауамында адресты күрһәтеүсе алтаҡталар ҡуймай. Мөйөштә урынлашҡан өйҙәр хужалары ла, урамдың ике яғынан да алтаҡта ҡуймай, ҡағиҙәләрҙе боҙа. Граждандарға һәм юридик ойошмаларға, тәртипте үтәмәгән өсөн административ комиссияға саҡырғанды көтөп тормай, өйҙә йәки бинала билдәләнгән өлгөләге алтаҡта ҡуйырға кәрәк. Адреслы табличка булмағаны өсөн штрафтың иң түбән күләме 500 һумдан башлана.
– Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы, адресты күрһәтеүсе алтаҡталар бар өйҙәрҙә лә булырға тейеш һәм беҙ бының өҫтөндә эшләйбеҙ, – ти Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Йоносова.
Адресты күрһәтеүсе алтаҡта ниндәй булырға тейеш?
1. Номер күрһәткесе төп бинаға ҡуйыла. Әгәр объекттың ҡоймаһы аша адресты күрһәтеүсе билдә күренмәһә, уны ҡоймаға ҡуйыу рөхсәт ителә.
2. Бинаның тибынан сығып, номер билдәләре төрлө ҙурлыҡта һәм төҫтә булырға мөмкин.
3. Мемориаль таҡталар ҡуйылған урындарҙа адресты күр-һәтеүсе таҡталарҙы ҡуйыу рөхсәт ителмәй, уларҙа сатнаған урындар булмаҫҡа, фон һәм төҫ һыҙырылмаҫҡа, башҡа етешһеҙлектәре булмаҫҡа тейеш.
Алтаҡталарҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы типографияла эшләтергә мөмкин.