Мәсетле юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы эшселәре юлдарҙы һәм юл ситтәрен сүп-сарҙан таҙартыу, тимер барьерҙарҙы, автопавильондарҙы буятыу эшенә тотондо. Бер юлы Кропачево-Мәсәғүт-Әчит автоюлында соҡорҙар-ҙы ямау эштәре бара. Был эштәрҙе башҡарыуға 17 тонна асфальт-бетон ҡатышма тотонолған.
Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте эшселәре Мәктәп, Ленин, Революция, Октябрь, Петр Филиппов урамдарында соҡор-ҙарҙы яманылар. Оҙаҡламай Тау, Юбилей, Степан Чусов һәм Иван Крючков урамдарындағы юлдарҙы ремонтлар-ға йыйыналар.