Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Апрель 2019, 12:08

Барыһы ла шәмбе өмәһенә!

6 апрелде Радий Хәбиров республика экологик шәмбе өмәһе көнө тип иғлан итте.

Был көндө райондың ауыл биләмәләре хакимиәттәре, бөтә төр милек формаһындағы ойошмалар һәм ауылдар халҡы эш урындарын, производство биналарын, йәмәғәт һәм торлаҡ биналарҙы, ихаталарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы, ауылдар территорияларын, беркетелгән территориялар- ҙы, парктарҙы, баҡсаларҙы, өй яны участкаларын, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәни ял, физкультура һәм спорт объекттарын тейешле тәртипкә килтерәсәк.

Хөрмәтле район халҡы! Мәсетле районы хакимиәте 6 апрелдә буласаҡ шәмбе өмәһендә әүҙем ҡатнашырға өндәй. Район үҙәге халҡы өсөн йыйылыу – сәғәт 10.00-дә ауылдың үҙәк майҙанында. Бирсәткәләр һәм сүп өсөн тоҡтарҙы ауыл Советы бирәсәк. Үҙәк урам – Ленин һәм С. Юлаев урамы менән киҫелешкән ергә тиклем Революция урамдары таҙартыласаҡ.

Берлектәге шундай йыйыштырыуҙар һәр ауылда ойоштороласаҡ.

Мәсетлеләр, бергәләп республиканы таҙараҡ итәйек!