Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Ноябрь 2018, 14:05

Урамдар һәм ихаталарҙың таҙа булмауына беҙ үҙебеҙ ғәйепле

Үткән аҙнала интернет селтәрендә, атап әйткәндә, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙең береһендә беҙҙең районда йәшәүселәр араһында етди бәхәс ҡупты.

Быға Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тыныслыҡ урамында сүп-сарҙарҙың контейнерҙарға һыймай туҙышып ятыуын күрһәткән фотолар сәбәпсе булды. Был фотолар Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан оҙон ялдар ваҡытында төшөрөлгән, күрәһең. Сүп-сар контейнерҙарға артыҡ тулыу ғына түгел, улар тирәләй тау булып өйөлөп ята ине.

Ҡайһы бер аңлатма биреүселәр был урамдан сүп-сар сығарыу өсөн яуаплы коммуналь хеҙмәт, йәғни “Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте эше тураһында кире фекерҙәрен яҙҙы. Кемдер әлеге контейнерҙарға үҙҙәренең көнкүреш ҡалдыҡтарын ырғытыусы башҡа урам кешеләрен ғәйепле тип иҫәпләй. Ә бит сүп-сар сығарыу хеҙмәттәренә улар түләмәй.

Ә ысынында ни өсөн шундай хәл килеп тыуа һуң?

Ошо һорауҙы беҙ Оло Ыҡтамаҡ ауылының коммуналь хужалыҡ директорына һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығына бирҙек.
“Мәсетле һыу каналы” ЯСЙ-һы начальнигы Илдус Фазлыевтың аңлатмаһы:

– Контейнерҙар махсус йыһазландырылған майҙансыҡтарға ҡуйыла. Улар бөтә урамдарҙа ла юҡ, ә тик күп фатирлы йорттар ихаталарында ғына.

Шулай уҡ “Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте аҙна һайын билдәле бер график буйынса шәхси хужалыҡтарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып сыға. Ҡалдыҡтарҙы йыйған өсөн түләү минималь. Ләкин был хеҙмәттән файҙаланыусылар бик аҙ. Күпселек сүп-сарҙарын күп фатирлы йорттар өсөн ҡуйылған контейнерҙарға ташлауҙы һәм шуның менән сүп-сар сығарыу хеҙмәте өсөн түләмәүҙе өҫтөн күрә.


Әлеге хәлгә Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов аңлатма бирә:

– Эйе, Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тыныслыҡ урамында урынлашҡан контейнерҙар менән күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр генә түгел, ә ауылдың башҡа урамдарында һәм хатта башҡа ауылдарҙа йәшәгән кешеләр ҙә файҙалана.

2019 йылдың 1 ғинуарынан бөтә республика буйынса һәр кем көнкүреш ҡалдығын йыйыу хеҙмәте өсөн түләйәсәк. Төбәк операторы “Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте менән килешеү төҙөнө. Тимәк, Оло Ыҡтамаҡ ауылында ғына түгел, ә Мәсетле районының һәр ауылында көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән ул шөғөлләнәсәк.

Ошоноң менән бәйле ғәмәлдәге контейнер майҙансыҡтарына көсөргәнеш кәмейәсәк һәм проблема хәл ителәсәк.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.