Мәсетле районының матур урындары күп, экологияһы яҡшы, һоҡланыр һәм ял итер урындары бар. Ә шишмәһенең һыуы – айырым тәмгә эйә. Тау урамындағы тәбиғи сығанаҡты Мәсетле районы халҡы һәм уның ҡунаҡтары бик ярата.
Борон шишмә һыуын эскән кеше ерҙең үҙенән көс ала, тигән ышаныу булған. Хәҙер ҙә күптәр, хатта интуиция кимәлендә, айырым бер көс-дәрт алыр өсөн шишмәгә бара.
Йәй көнө шишмә янында тирә-яҡ урамдарҙан бала-саға йыйылып китә. Шау-шыу килеп, йүгерешеп уйнағандан һуң, улар бында һыу эсеп, танһыҡтарын ҡандырып ала. Лимонадтар һәм пластик шешәләрҙәге “үле” һыуға ҡарағанда, был һыуҙың күпкә файҙалыраҡ икәнен улар мыҡты белә.
Шулай уҡ бында байрамдар уҙғарыла һәм тирә-йүндең хозурлығын күҙәтеп, кешеләр былай ғына ял итеү өсөн дә килә. Барыһы ла яҡшы кеүек тә, тик бына шишмә һыуын алыуы бик үк уңайлы түгел ине. Ауыл халҡы уны төҙөкләндереү мәсьәләһе менән Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Ниһайәт, уларҙың үтенесе үтәлә. Хәҙер унда бөтөнләй икенсе күренеш. Шишмәбеҙ ауыл халҡын ғына түгел, ә килгән-киткән кешеләрҙе лә һал-ҡын һыуы менән ҡыуандырып, яңы көс менән урғыла.
Олоыҡтамаҡтар, һәр шишмә – ул изге урын, ти. Ысынлап та бында ниндәйҙер үҙенә күрә бер төрлө атмос-фера. Һыуы ла үтә күренмәле, тәмле. Беҙҙең ғорурланыр, ҡунаҡтарға күрһәтер нәмәләребеҙ бар. Ә матур итеп төҙөкләндерелгән шишмә – ауылыбыҙҙың шундай иҫтәлекле урындарының береһе.