Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Октябрь 2018, 18:00

Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра

Беҙҙең эргәлә үҙ ҡулдары менән мөғжизәләр тыу- ҙырған ысын оҫталар йәшәй. Уларҙың тырышлыҡтары менән һәм һәләттәре һөҙөмтәһендә ауылдарыбыҙ, районыбыҙ күркәмләнә, матур төҫ ала. Ишәле ауылынан Мансур ағай Сөнәғәтов – ошондай оҫталарҙың береһе.

Мансур Сөнәғәтовтың өйө алыҫтан күҙгә ташланып тора. Уның матур биҙәктәр менән яһалған өйө, ҡапҡа-ҡоймалары, һарайы бер тында эшләнгән төҫлө. Өй менән һарайҙың фронтондарында төшөрөлгән ҡыҙылтүштәр менән тройкала елдергән Ҡыш бабай һүрәттәре иҫ китмәле матур килеп сыҡҡан.

Оҫтаға – 82 йәш. Ул кесе йәштән үк һүрәт төшөрөргә, ағас юнырға яратҡан. Бар нәмәгә үҙ аллы өйрәнгән. Йәш саҡтарында рәссам булырға, һөнәри белем алырға теләгән, әммә сирләү сәбәпле училищеға уҡырға инә алмаған: әсәһе кесе йәшенән уны үҙе менән баҫыуға эшкә алыр бул-ған. Шундай көндәрҙең береһендә, һалҡын ерҙә йоҡлап китеп, ҡолағына һыуыҡ үткән. Һөҙөмтәлә бер ҡолағы насар ишетеп ҡалған. Күп тапҡырҙар дауаланған, әммә һөҙөмтәһеҙ. Һаулыҡ торошо буйынса колхозда төрлө эштәр башҡарыусы булып ҡына йөрөргә тура килгән. “Ҡолаҡ насар ишеткәс, водитель йәки тракторист була алманым, шунлыҡтан наградаларым да юҡ”, – ти ул.

Әммә, осраған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Мансур ағай тормошҡа ғашиҡ булып йәшәй. Ә уның төп наградаһы – оҫта ҡулдары һәм яҡшы холҡо. Шуның өсөн дә уны ауылдаштары хөрмәт итә.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.