Тәбиғи материалдарҙы файҙаланып, бында сусҡа балалары, бесәйҙәр, арбалы ат барлыҡҡа килгән. Хәҙер балалар баҡсаһына ингән ерҙә кескәйҙәрҙе күңелле смайликтар, ә эскәмйәлә түмәрҙән яһалған позитив дуэт ҡаршы ала.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа әкиәт ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, улар персонаждарҙы ярата, уларға оҡшарға – көслө, изгелекле булырға, яуызлыҡ менән көрәшергә тырыша. Балалар баҡсаһы территорияһында “Колобок” рус халыҡ әкиәтенән бер фрагмент эшләнгән. Бәләкәстәр шулай уҡ үҙҙәрен “Дед Мазай и зайцы” әкиәте геройҙары итеп хис итә ала.
Һәр участкала үҙенсәлекле, матур итеп биҙәлгән сәскә түтәлдәре бар, улар кәйефте күтәрә.
– Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре ярҙамында балалар баҡсаһы территорияһын эстетик яҡтан матур, ҡыҙыҡлы һәм белемде арттырырлыҡ итеп яһап, ҙур фантазия, ижадилыҡ, ташландыҡ, тәбиғи материалдарҙы ҡулланыуҙа оҫталыҡ күрһәтә, – ти “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Зөлфиә Денисова.
Мәктәпкәсә учреждение территорияһы быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең төҙөкләндереү буйынса конкурсында еңеүсе тип танылды, шулай уҡ баҡса территорияһының иң яҡшы биҙәлеше өсөн мәғариф бүлеге грамотаһы менән бүләк-ләнде.