Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Октябрь 2018, 14:04

Өйҙәре күҙҙең яуын ала

Өйөңдө һәм йорт тирәһен матур һәм ҡабатланмаҫ итеү өсөн күп көс һалыу ғына етмәй, ә бай фантазиялы һәм оҫта ҡуллы ла булырға кәрәк.

Һуңғы йылдарҙа беҙ төҙөкләндереү, урамдар, йорт хужалыҡтарының таҙалығы тураһында күп һөйләйбеҙ. Беҙҙең ауылда ауылдаштары өсөн Энергетиктар урамындағы Йыһануровтар ғаиләһенең өйө өлгө булып хеҙмәт итә ала. Тышҡы йөҙө менән ул барыһының да ҡараштарын йәлеп итә, күҙҙәрҙең яуын ала. Ә улар-ҙың ихатаһына инһәң, шунда уҡ бында матурлыҡты ғына түгел, ә таҙалыҡты ла баһалаусы кешеләр йәшәүен аңлайһың. Ялтлатып йыуып ҡуйылған тротуарҙар, күтәрмә – теләйһең икән, ялан тәпәй йөрө.

Гөлгөнә һәм Ришат Йыһануровтар бергә инде 21 йыл. Сығыштары менән улар Яңы Мөслим ауылынан, шунда үҫкәндәр. Бик шәп ике ул үҫтерәләр. “Ғаилә” һүҙе күптәрҙә өй менән ассоциациялана. Уның нигеҙе – ир менән ҡатындың һөйөүе һәм тоғролоғо, стеналары яуаплылыҡтары, ышаныслылыҡтары һәм сабырлыҡтары менән һалына. Тәҙрәләр – ул “балалар”, ә улар күп булһа, ҡайһылай шәп! Ул саҡта унда яҡтылыҡ, йылылыҡ, шатлыҡтар һәм тормош күп була! Был һоҡланғыс кешеләрҙең өйө – ғаилә көҙгөһө.

Улар бик тә күңелгә ятышлы һәм тыйнаҡ кешеләр.

– Беҙҙең өйҙә мин кешенән айырылып торған артыҡ әллә нимә күрмәйем, күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм матурыраҡ өйҙәр ҙә бар, – ти Гөлгөнә Ғәбделнур ҡыҙы.

Элек был ғаилә фатирҙа йәшәгән, ә 2005 йылда уны һатып, төҙөлөп бөтмәгән өй алған, ана шунан Ришат Йыһануров өлгөлө йорт яһаған.

– Иремдең ҡулдары алтын, өйөбөҙҙә йылытыу системаһын ул үҙе үткәрҙе, кухня гарнитурын да, шкаф-купены ла үҙе йыйҙы, – тип өҫтәне хужабикә.

Йыһануровтар ғаиләһе кеүек кешеләр йәшәгәндә, ауылда тормош шәп түгелме ни?!

Адель ГАФФАРОВА.