Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Октябрь 2018, 19:00

Баҡсаһы ла, күңеле лә матур

Баҡсалағы эш ҡоралдары менән тотона белгән кеше генә ошондай мөғжизә – тәрбиәле өй алды баҡсаһы булдырыу-ҙың еңел түгел икәнлеген аңлай.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында сәскәләр байрамы үтеүен беҙҙең барыбыҙ ҙа хәтерләй. Шәхси йорттар араһында “Иң яҡшы өй алды баҡсаһы” номинацияһында 1-се урынды Мәйсәрә Солтанова алды. Минең уның баҡсаһындағы матурлыҡты күргем килде. Сәскәләр генә күрермен тип көткәйнем, әлбиттә. Ләкин ихата ысын мәғәнәһендә гөл-баҡса ине. Шундай гүзәллек тыуҙырыр өсөн күпме көс түгергә кәрәк!

Мәйсәрә Хәлил ҡыҙы 1947 йылда Борғатъя ауылында тыу-ған. Шунда үҫкән, класташы Фаиз Солтановҡа кейәүгә сығып, 46 йыл бергә йәшәгәндәр. Бергә-бергә ҙур матур йорт һалып ингәндәр, бына тигән ике бала һәм дүрт ейән тәрбиәләгәндәр. Үкенескә күрә, ауыр сир Фаиз Солтановты яҡты донъянан иртә алып киткән. Быйыл уларҙың парлы тормошона 50 йыл тулған булыр ине.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, улар ире менән ҡортсолоҡҡа тотона, ә бал ҡорттары үҙһенмәгән ерҙәргә ул сәскәләр ултырта. Бал ҡорто минең өсөн “хеҙмәт” һүҙе менән ассоциациялана. Бына беҙҙең героинябыҙ ҙа эшсән бал ҡортон хәтерләтә. Сәскәләргә ҡарата һөйөүҙе унда бәләкәй генә сағынан өләсәһе тәрбиәләгән.

– Уның сәскәләр үҫтереп, күршеләренә бүләк итеүе, үҙ ижады менән гел кешеләрҙе ҡыуандырырға тырышыуы хәтеремдә, – ти Мәйсәрә Солтанова.

Уның баҡсаһында һәр төр сәскәләр бихисап, ләкин иң яратҡандары – әҙрәс гөлдәр (бегониялар). Баҡсаһы ғынамы ни, уның бөтөн өйө хуш еҫле гөл-сәскәгә күмелгән! Сәскәләрҙе ул февралдә ултырта башлай һәм фәҡәт үҙе алып ҡалған орлоҡтарҙы ғына, сөнки улар яҡшыраҡ шыта.

– Һәр үҫемлекте көсөңдө һәм ваҡытыңды йәлләмәй тере йәнде тәрбиәләгән кеүек ҡа-рарға кәрәк, – ти Мәйсәрә Хәлил ҡыҙы. “Ә баҡсала арый-һығыҙмы”, – тигән һорауға сәскәләр менән арыу мөмкин түгел, тип яуаплай, һәм был уға 71 йәш булыуына ҡарамаҫтан.

Бәхет өсөн кешегә күп кәрәкмәй: ҡояш, күк һәм сәскә булһа, шул етә, тиҙәр. Әгәр һәр бер кеше бер генә сәскә ултыртһа ла – ер йөҙө һоҡлан-ғыс баҡсаға әйләнәсәк. Сәскәләр – ул тормош, гүзәллек.

Был һөйкөмлө ҡатын гөл баҡсаһын үҙе һәм ғаиләһе өсөн тыуҙырған, ләкин нәҡ ошондай кешеләрҙең тырышлығы менән ауылдарыбыҙ бөтөнләй башҡа төҫ ала.

Адель ҒАФФАРОВА.