Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
27 Сентябрь 2018, 18:04

Юлдарҙы ремонтлау план буйынса бара

Төҙөкләндерелгән ауылды яҡшы юлдарҙан башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр, шуға күрә уларҙы тотоу һәм ремонлауға Мәсетле районында ҙур иғтибар бүленә.

Район үҙәгендә йәшәүселәр һәм уның ҡунаҡтары ауыл урамдарында юл-ремонт эштәренең әүҙем алып барылыуын күргәндер, моғайын. Мәҫәлән, күптән түгел Ҡояшлы һәм Степан Чусов урамдарының бер өлөшөн асфальтлау буйынса эштәр тамамланды, бында 230 м юл япмаһы ремонтланды. Оло Ыҡтамаҡ ауылына Төньяҡ (“Ҡарағай” шифаханаһы яғынан) һәм Көньяҡтан (Салйоғот ауылы яғынан) кергән юлдар участкалары тергеҙелде. Район үҙәгендә шулай уҡ Совет һәм Октябрь урамдарындағы юлдарҙың 902 м оҙонлоҡтағы туҙған өҫкө ҡатламы яңыртылды. Унан тыш, Оло Аҡа һәм Ключевой ауылдары араһындағы Кропачево-Мәсәғүт-Әчит автоюлының бер өлөшө ремонтланды. Был эштәрҙең дөйөм хаҡы 31 млн 693 мең һум тәшкил иткән.

Әлеге эштәрҙе Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре башҡарҙы. Юл белгестәрен Оло Ыҡтамаҡ ауылы Көньяҡ микрорайонының тағы ла 13 урамында байтаҡ эш күләме көтә.

Ләкин эштәр район үҙәге менән генә сикләнмәй. Түбәнге Бобин ауылының Мәктәп урамында ла асфальт-бетон япмаға ремонт яһалған. Аҙанғол һәм Көршәле ауылдарында ҡырсынташ түшәү рәүешендә эштәр планлаштырылған. Ауыл биләмәләрендә юл билдәләрен һатып алып ҡуйыу, юл тамғалары һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрен һыҙыу буйынса эштәр алып барыла.

Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тотоуға 52 млн 400 мең һум, урындағы әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарға 9 млн һум тирәһе аҡса сарыф ителгән.

Айгөл Әфризунова.