Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Август 2018, 16:15

Матурлыҡты бергәләп тыуҙырайыҡ!

Төҙөкләндереү граждандар-ҙың уңайлы йәшәүе өсөн шарттар тәьмин итеүгә, урамдарҙың, юлдарҙың, парктарҙың, сквер-ҙарҙың, өйҙәрҙең санитар һәм эстетик торошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Ул иһә күп факторҙарға һәм финансҡа бәйле. Ә бына сәскәләр ултыртыу өсөн дәүләттән аҡсалата ярҙам көтөп ултырырға кәрәкмәй. Ауыл матурыраҡ һәм таҙараҡ булһын өсөн халыҡтың тырышлығы ғына кәрәк. Мәҫәлән, шәмбе өмәләрендә ҡатнашырға, сүпте махсус билдәләнгән һауыттар-ға ғына ташларға, рөхсәт ителмәгән урындарҙа сүплектәр эшләмәҫкә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәгендә сәскәләр бына бер-нисә йыл рәттән тирә-яҡҡа матурлыҡ биреп ултыра. Район халҡы һәм ҡунаҡтары был матурлыҡты баһалап өлгөрҙө лә инде.

Уҙған йылда эшҡыуар Юрий Ризвановтың ашхана эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү теләге тыуа. Ул урамды яҡтыртыуҙы тәьмин итә: үҙ аҡсаһына бағанаға ике фонарь ҡуйҙырта. Сүкеп яһалған матур эскәмйә эшләтеп ала. Уға 8 мең аҡсаһы китә. Әйтергә кәрәк, сәскә үҫентеләрен дә үҙе һатып ала. Бөгөн төрлө төҫтәре менән тирә-йүнгә матурлыҡ биреп ултырған петуниялар, бәрхәт сәскә һәм башҡалар эшҡыуарға 15 мең һумға төшә.

“Иң мөһиме, хәҙер бында бик матур, – ти Юрий. – Быйыл петунияның алты төрөн алдыҡ. Сәскәләр араһын өс тап-ҡыр утап сыҡтыҡ, был аҙнала тағы ла утарға йыйынабыҙ”.

Төҙөкләндереү эшендә “Удача” такси хеҙмәтенең барлыҡ коллективы ҡатнаша. Радик Абдуллиндың һүҙҙәренсә, төп тырышлыҡ Юрийҙыҡы. Ул эште ойоштороп һәм аҡсалата тәьмин итеп кенә ҡалмай, үҙе лә эштәрҙә ҡатнаша: һыу килтерә. Эҫе көндәрҙә 400 литр самаһы һыу тотонола.

Юрий Оло Ыҡтамаҡта күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе көнкүреште хеҙмәтләндереү комбинатында тегенсе булып эшләһә, атаһы – водитель: мәктәптә, колхозда эшләй. Балалары ата-әсәһе өлгөһөндә уңған булып үҫә. Юрий Оло Ыҡтамаҡтағы һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе, водитель, трактористҡа уҡып сыға. Хәҙер шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә: “Удача” такси хеҙмәте бар, клининг, автомобилдәрҙе прокатҡа биреү менән шөғөлләнә.

Тыуған ауылдың матурлығы тураһында хәстәрлек күреү – һәр кемдең бурысы. Бәхеткә күрә, беҙҙә йәшәгән һәм эшләгән урындарында матурлыҡ тыу-ҙырыу кәрәклегенең мөһимлеген аңлаған кешеләр бар.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.