Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Август 2018, 12:25

Таҙа ауыл өсөн

Август башында Әләгәҙҙән Камалиевтар ғаиләһе ауыл мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы ауыл үҙәге территорияһын тәртипкә килтерергә ҡарар иткән. Салауат һәм Лира балалары менән бөтә сүп-сарҙы йыйып алған, ҡый үләндәрен сабып сыҡҡан һәм ағас олондарын аҡлаған.

Бар эштәр ҙә ғаилә ағзалары инициативаһы менән башҡарыл-ған. Камалиевтар был урында эскәмйәләре һәм сүп һауыттары булған ҙур булмаған парк ойоштороуҙы планлаштыра. Ваҡыт үтеү менән яҡтылыҡ та буласаҡ. Кешеләр туҡтап ултырып ял итә, аралаша аласаҡ.

– Был урынды төҙөкләндереүгә беҙҙе тыуған ауылыбыҙҙы таҙараҡ һәм матурыраҡ итеү теләге этәрҙе, – ти ғаилә башлығы Салауат Карам улы. – Ауылдаштарыбыҙҙың буш ваҡыттарын ошонда үткәреүҙәрен күреү беҙгә күңелле буласаҡ.

Райондың башҡа кешеләренең дә был ғаиләнән үрнәк алыуын һәм үҙ ауылдарын төҙөкләндереүҙә ҡатнашыуҙарын теләйбеҙ.

Светлана СЕРГЕЕВА.